Һынауҙар көслөрәк итә

Үлемгә килтергән сәбәптәр бик күп төрлө: ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итмәү, диспансер иҫәбендә торған пациенттарҙы, хроник сирлеләрҙе даими күҙәтмәү, насар ғәҙәттәрҙән арына алмау, сәләмәт тормош ҡағиҙәләрен, хеҙмәт һәм ял режимын һанға һуҡмау, ял итә белмәү (айырыуса вахта ысулы менән эшләүселәргә ҡағыла). Ошоларҙан сығып, һәр медицина хеҙмәткәре үлем осраҡтарын кәметеү, хәлде яҡшыртыу өсөн аныҡ, һөҙөмтәле саралар ҡабул итергә,  эш планына тәҡдимдәр индерергә  тейеш, – ти табип-кардиолог. 

Һынауҙар көслөрәк итәҺынауҙар көслөрәк итә
Һынауҙар көслөрәк итә

Ауыл табибына ла ғилемгә таянып эшләү шарт

Мораҡ үҙәк район дауаханаһында табип-кардиолог булып эшләгән Зөлфиә Рауил ҡыҙы Ибраһимованың Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында “Иң яҡшы ауыл табибы” номинацияһында еңеү яулауына бер кем дә икеләнмәгәндер. Табип үҙе еңеүгә дәғүә итмәһә лә, көсөн, һәләтен дәрәжәле конкурста  һынап ҡарарға була.

Утыҙ йылға яҡын һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләү дәүерендә белгеслек серҙәренә өйрәнергә лә, тәжрибәһен башҡалар менән уртаҡлашырға ла тура килә. Тәүге сынығыуҙы Башҡорт дәүләт медицина университетын һәм йыллыҡ интернатураны тамамлағандан һуң Мәләүез үҙәк район дауаханаһында участка терапевты вазифаһында  ала. Өс йыл эшләгәс, Мораҡ үҙәк район дауаханаһына эшкә күсерелә.  Кардиология буйынса юғары квалификацияға эйә булған табип 2006 йылдан алып поликлиника эргәһендәге көндөҙгө стационарға етәкселек итә. Ситтән тороп аспирантурала уҡый һәм “Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм йәмәғәт сәләмәтлеге” белгеслеге буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы  яҡлай. Темаһы ла күңеленә  һәм хеҙмәтенә яҡын: ауыл халҡы араһында ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренең медик-социаль аспекттары һәм уларҙы иҫкәртеү саралары тураһында.

– Мин районда йорт буйлап йөрөп, ҡан баҫымы юғары булған кешеләргә скрининг үткәреүҙе ойошторҙом, йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһына дусар пациенттарҙың мониторинг картаһын эшләнем. Һәр фельдшер-акушерлыҡ пункты базаһында ауырыуҙарҙы даими күҙәтеү ойошторолдо. Һөҙөмтәлә йәшертен гипертонияға эйә ауырыуҙарҙы асыҡлау осраҡтары артты. Ҡан әйләнеше сирҙәре тыуҙырған өҙлөгөүҙәрҙы иҫкәртеү, тәүге медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Төп эшемде дауахананың ҡабул итеү бүлеге табибы вазифаһы менән бергә атҡарам. Ҡатмарлы, ашығыс ярҙам талап ителгән мәлдәр ҙә булып тора, был осраҡта бөтә мәшәҡәттәреңде ташлап, пациент янына ашығаһың, – ти Зөлфиә Рауил ҡыҙы.

Әйткәндәй, уның тормош иптәше Ринат Ғәфүр улы Ибраһимов 13 йыл буйы Мораҡ үҙәк район дауаханаһына етәкселек итә. Бер үк етди мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҙур яуаплылыҡ тойған ғаилә эштә генә түгел, өйҙә лә үҙ-ара кәңәш ҡора, ауырлыҡтарҙы еңеү юлдарын бергәләп эҙләй. Әле Ринат Ғәфүр улы гемодиализ лабораторияһы үҙәгенә етәкселек итә. Ваҡыт тығыҙлығына ҡарамаҫтан, Зөлфиә Рауил ҡыҙы фән менән мауығыуын ташламай, уның  ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән яфаланған ауыл халҡының торошона социаль-гигиена баһа, район миҫалында ауыл халҡы араһында артериаль гипертонияның таралыуы, Күгәрсен районы халҡының сәләмәтлек торошона характеристика тураһындағы һәм башҡа шундай мөһим темаларға арналған мәҡәләләре Мәскәү, Новосибирск, Санкт-Петербург ҡалалары белгестәренә яҡшы таныш, байтағы үҙәк һәм республика матбуғатында баҫылған.

Күп йыллыҡ емешле хеҙмәте, ҡаҙаныштары һәм профессионаллеге өсөн Зөлфиә Рауил ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының  һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелгән. Өлкәндәрҙең (бөтәһе 30 меңгә яҡын) дөйөм ауырыу структураһын тикшереп, тейешле һығымта яһау өсөн дә коллективтан байтаҡ ваҡыт, ҙур теләк, ентекле эш талап ителә. Табиптың әйтеүенсә, беренсе урында тын алыу ағзалары сирҙәре торһа, икенсе урында – ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары. Аҙаҡ исемлекте ашҡаҙан-эсәк, нервы, һөйәк-мускул системалары сирҙәре дауам итә. Хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем осраҡтарының уртаса республика күрһәткесенән кәмерәк булыуы һөйөндөрһә лә, тамам тынысланырға ирек бирмәй.

–Үлемгә килтергән сәбәптәр бик күп төрлө: ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итмәү, диспансер иҫәбендә торған пациенттарҙы, хроник сирлеләрҙе даими күҙәтмәү, насар ғәҙәттәрҙән арына алмау, сәләмәт тормош ҡағиҙәләрен, хеҙмәт һәм ял режимын һанға һуҡмау, ял итә белмәү (айырыуса вахта ысулы менән эшләүселәргә ҡағыла). Ошоларҙан сығып, һәр медицина хеҙмәткәре үлем осраҡтарын кәметеү, хәлде яҡшыртыу өсөн аныҡ, һөҙөмтәле саралар ҡабул итергә,  эш планына тәҡдимдәр индерергә  тейеш, – ти табип-кардиолог. –Йыл һайын милли проекттар ярҙамында дауахананың матди базаһы нығый барыуы һөйөндөрә. Хәҙер беҙҙең 23 автомобилебеҙ бар! Улар пациенттарҙы, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән ауырыуҙарҙы медицина учреждениеһына илтеү, дарыуҙар, биоматериалдарҙы ташыу өсөн ҡулланыла. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы алынған ҡиммәтле  ҡорамалдарҙы һанап сығыуы ла ауыр,табиптарҙың алыштырғыһыҙ ярҙамсыһына әүерелгән  аппараттар күп һәм төрлө-төрлө. Һәр береһе эш өҫтөндә, даими тикшереүҙәр үткәрә, ялға туҡтағандары юҡ. Мәҫәлән, 2025 йылдың ғинуар айында урынлаштырылған “РуСкан-60” ультратауыш системаһында ғына алты меңгә яҡын медицина тикшереүе үткәрелде.

Зөлфиә Рауил ҡыҙы ике сменала эшләгән көндөҙгө стационарға етәкселек итә. Өҫтәүенә уға Мәҡсүт, Исем һәм Тәүәкән стационарҙары ла теркәлгән. Бүлексә табиптар менән дә, урта медицина хеҙмәткәрҙәре менән дә йөҙ процентҡа тәьмин ителгән. Дауаланыуҙың был ысулы күптәр өсөн бик уңайлы, ике-өс сәғәт эсендә тейешле процедураларҙы алып, бер аҙ ял итергә мөмкин. Палаталар сигнализация, санитария  ҡағиҙәләре һәм нормаларына ярашлы, түшәк кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителгән.

–Ауырыуҙар төрлө белгестәр йүнәлтмәһе менән тикшереүҙәр үтеп, диагноз ҡуйылғандан һуң  бүлексәгә килә. Уларға тәүлек әйләнәһенә табип күҙәтеүендә булыу кәрәкмәй, тейешле дауаһын алып, өйгә ҡайтыу йәки эшкә китеү мөмкинлеге бар. Көн һайын палаталарҙа булып, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ экспертизаһын үткәрәм, отчет документтарын алып барам, конференцияларҙа ҡатнашам.  Пвациенттар менән үткәрелгән әңгәмәләр ике яҡ өсөн дә файҙалы, улар үҙҙәре өсөн  ниндәйҙер кәңәш алһа, мин дә табип булараҡ уларҙы нимә борсоғанын ишетеп беләм. Күңелде өйкәгән, сиселеште көткән мәсьәләләр булыуын да йәшермәйем: йәштәрҙең ҡалаға ынтылыуы һөҙөмтәһендә тыуымдың кәмеүе, сабыйҙар үлеменең уртаса республика күрһәткесенән юғары булыуы йәнде көйҙөрә һәм был “йомшаҡ”урындарҙы эҙләп табыуҙы һәм тағы ла еңде һыҙғаныбыраҡ, яҡшыраҡ эшләүҙе талап итә.

Зөлфиә һәм Ринат Ибраһимовтарҙың күп балалы  ғаиләһе бик үҙенсәлекле: бөтәһе лә медицинаға мөкиббән киткән, һаулыҡ һаҡлауҙан башҡа яҙмышын күҙ алдына ла килтермәгән хеҙмәт династияһы үҫеп, нығынып килә. Өлкән ҡыҙҙары Камилла Башҡортостан  дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң , Өфөләге 22-се дауаханала участка табибы булып эшләй. Луиза ошо уҡ университеттың 4-се курсында уҡый, хыялы – әсәһе кеүек кардиолог булыу. Хатта 5-се класты тамамлаған Аскар ҙа ата-әсәһенең юлын һайламаҡсы. Хыялдар тормошҡа ашһын, һынауҙар беҙҙе көслөрәк, маҡсатҡа ынтылышлыраҡ  итә.

Динә Арыҫланова

Күгәрсен районы.

Фото: ғаилә архивынан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас