Юғары ҡан баҫымынан... көнбағыш ярҙам итә

Унан әҙерләнгән эсемлекте даими эсһәң, тотороҡло һөҙөмтә бирә. Орлоҡтар составында булған никотин кислотаһы ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм ҡан әйләнешен яҡшырта.

Юғары ҡан баҫымынан... көнбағыш ярҙам итәЮғары ҡан баҫымынан... көнбағыш ярҙам итә
Юғары ҡан баҫымынан... көнбағыш ярҙам итә

“Был ябай рецепт иремә гипертониянан ҡотолорға ярҙам итте. Бер нисә көндән уға еңеләйҙе, ә ике аҙнанан һуң ҡан баҫымы нормаға килде”, тип бер таныш апай был рецепт менән уртаҡлашты. Эшләп ҡарағыҙ, бәлки, һеҙгә лә ярҙамы тейер.

Йыуылған һәм ҡабығынан таҙартылмаған көнбағыш орлоҡтарын (ярты литрлыҡ банкала) ике литр һыуыҡ һыу өҫтәргә лә эмалләнгән кәстрүлдә ике сәғәт бешерергә. Һыуытырға, һөҙөргә һәм көн дауамында эсергә.

Әгәр ике литрҙы эсеүе ауыр булһа, пропорцияларҙы кәметергә мөмкин: бер стакан орлоҡто бер литр һыуға һалырға ла шулай уҡ ике сәғәт бешерергә.

Сара даими ҡабул иткәндә тотороҡло эффект бирә. Орлоҡтар составында булған никотин кислотаһы ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм ҡан әйләнешен яҡшырта.

 

Фото: "Шедеврум" нейроселтәре. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас