Кейем төҫөнөң дә һаулыҡҡа йоғонтоһо ҙур

Боғаҙ биҙе ауырыуы булһа - ҡыҙыл шарф тағығыҙ, шатлыҡ етешмәһә - лимон төҫө йәки һарғылт-ҡыҙыл төҫ, тыныслыҡ кәрәкһә - зәңгәр, йәшел, күк төҫтәге кейем кейеү яҡшы. Себер дауалаусыһынан кәңәштәрен уҡығыҙ:   

Кейем төҫөнөң дә һаулыҡҡа йоғонтоһо ҙурКейем төҫөнөң дә һаулыҡҡа йоғонтоһо ҙур
Кейем төҫөнөң дә һаулыҡҡа йоғонтоһо ҙур

Себер дауалаусыһынан кәңәштәр

Фитотерапевт, биология фәндәре кандидаты, ҡырҡ йылдан ашыу үҫемлектәрҙе өйрәнгән Лидия Нестеровна Сурина - һәр ерлектә үҫкән үләндәрҙең файҙаһы, уларҙың дауалау көсө тураһында бер нисә китап яҙып ҡалдырған кеше. Ғалимә билдәләүенсә, ашаған аҙығыбыҙ дарыу, ә дарыу аҙыҡ булырға тейеш. Түбәндә уның бер нисә кәңәше.


"Ситтән килтерелгән ят аҙыҡ-түлекте йыш ашау күп сирҙәргә килтерә. Ул 65 процент тура килә, ә ундан артмаҫҡа тейеш. Банан, әфлисун, мандарин һ.б. тәм өсөн генә ашарға була, ә файҙаһы күп түгел. Шуның менән беҙ экологик ярашыу законын боҙабыҙ. Мәҫәлән, боланды дөйә ашай торған сәнскеле аҙыҡ менән аҫрап булмай бит. Кеше сит климаттың мәғлүмәтен һеңдергән аҙыҡты күпләп ашаһа, үҙ ерлегенең шарттарына өйрәнә алмай. Был - тәбиғәттең төп законы.


Бер мәл мин Салехард, Уренгой, Надым һәм Төмәндә үҫкән боланут үләнен сағыштырап ҡараным. (Әйткәндәй, боланутта (260 мг) С витамины лимондағыға (40 мг) ҡарағанда алты тапҡырға күберәк). Ерлегенә ҡарап уларҙың да составы айырыла. Салехардта үҫкәненекендә С һәм А витаминдары бер нисә тапҡырға күп. Йәғни төньяҡҡараҡ киткән һайын үҫемлектең витаминдары ла күберәк булыуы билдәле булды. Шуның өсөн төньяҡта йәшәүселәргә көньяҡ емеш-еләген ашау нимәгә кәрәк? Шулай сирҙәр килеп сыға ла инде.


Иң ҡыҙығы - был турала батшалар ҙа белгән. Иван Грозныйҙың: "Илде яулап алғың килһә, унда иң тәүҙә ят аҙыҡ-түлек индер", тигәнен уҡығанығыҙ барҙыр.

Аспартам. Беҙҙең организмда күп аҙыҡ ҡалдығы туплана. Һәр төрлө коламы, һағыҙмы... - уларҙа аспартам бар, ул шәкәрҙән 200 тапҡыр татлыраҡ. Шуға коланы эскән һайын эске килеп тик тора. Аспартамдың һаулыҡҡа емергес тәьҫире тураһында белеү мөһим: кешенең интеллекты түбәнәйә, баш ауырыуы, сәбәпһеҙгә тулҡынланыу барлыҡҡа килә, күҙҙәр насар күрә башлай, хәрәкәт, телмәр боҙолоуы, быуындар һыҙлауы күҙәтелә, мейе серотонин эшләп сығармай, шуға туҡлыҡлылыҡ тойғоһо һиҙелмәй, һимереүгә килтерә.


Аҡ икмәк. Ап-аҡ ондан бешерелгән әпәкәйҙе элек байрамдарҙа ғына ашағандар, файҙаһы аҙ икәнлеген белгәндәр. Көндәлек тормошта кәбәкле ондан бешерелгәнде ашау яҡшы.


Йод - интеллект өсөн дарыу. Бушҡа ғына уны Наполеон һалдаттарына бирмәгән - йодтың етешмәүе иҫәрлеккә, еңел аҡыллылыҡҡа килтерә. Элек мине аллергиянан (атайым- химик, әсәйем медик ине) өс тамсы йод һалынған ярты стакан һөт эсереп дауалай торғайнылар.


Организмға кальций түгел, ә кремний кәрәк. Ул аҡтамырҙа күп. Эт-бесәйҙәр ҙә шуның менән таҙарына. Нисек ҡулланырға? Бер тотам үләнде ун минуттай ҡайнатҡас, һөҙөп алып ташларға, ә һыуында аш бешерергә була.


Язва. Ул түбән әселекле икән, көнөнә бер юл япрағы ашарға, ә юғары әселек булғанда - ҡылыс үлән (аир).


Синтетик витаминдарҙың күбеһе ялған. Уларҙы тәбиғи витамин менән алмаштырырға кәрәк, мәҫәлән, селен сығанағы - энәлек емеше, һарымһаҡ, пәйғәмбәр тырнағы, аҡ сәскә (ромашка).


Яңы йыл шыршыһын сығарып ташларға ашыҡмағыҙ. Ылыҫ ҡурылдайҙы дауалай, ҡан тамырҙарын таҙарта, артрит булыуҙан һаҡлай. Файҙаланығыҙ.


Памперстар зыянлы. Уларҙа диоксин - ағыулы матдә - бар. Нәҫелдең дауамын туҡтатырға мөмкин.


Тоҙ. Йодлы тоҙ файҙаһыҙ, сөнки пакетты асҡандың икенсе көнөндә үк унда йодтың әҫәре лә ҡалмай. Диңгеҙ тоҙон ҡулланығыҙ - унда 64 төрлө микроэлемент бар.


Һыу - мәғлүмәт йөрөтөүсе. Матур теләк, яҡшы уй-һүҙ һеңгән һыуҙы эсеү организмды яҡшы энергия менән тулыландыра.


Бауыр. Экзема, тире ауырыуҙары интектерһә, иң беренсе бауырҙы дауаларға кәрәк. Кәңәш: тәгәрмәс ептәр өҫтөндә йоҡлағыҙ - ул үт ҡыуығына баҫым яһай, шунлыҡтан лайла тиҙерәк сыға. Ундағы таштарҙы киҫтереп алдырырға түгел, ә иретергә кәрәк.


Ҡул бармаҡтары суҡтарына массаж яһау файҙалы. Уларҙың һәр береһе бер өлкәгә яуаплы: сәтәкәй бармаҡ - йөрәккә, исемһеҙе - эндокрин системаһына, урта бармаҡ - ҡан тамырҙары, һуҡ (имән) бармаҡ - нерв системаһына һәм йыуан эсәккә, баш бармаҡ - мейе һәм үпкә өлкәһенә.


Аир (ҡылыс үлән). Бәләкәй генә киҫәген ваннаға һалып ятҡанда ла, ул бөтә кире энергияны һыпырып алып ташлай.


Кейем төҫөнөң һаулыҡҡа йоғонтоһо ҙур. Боғаҙ биҙе ауырыуы булһа - ҡыҙыл шарф тағығыҙ, шатлыҡ етешмәһә - лимон төҫө йәки һарғылт-ҡыҙыл төҫ, тыныслыҡ кәрәкһә - зәңгәр, йәшел, күк төҫтәге кейем кейеү яҡшы. Ҡара кейем кейергә тырышмағыҙ: эндокрин системаһына кире тәьҫир итә. Гел салбар кейеп йөрөү ҡатын-ҡыҙҙы түлһеҙлеккә килтереүе мөмкин. Иң яҡшы энергия биреүсе кейем - аҫҡа ҡарай киңәйгән күлдәк. Һор төҫлө кейем дә килешмәй - ул бауырҙың эшен насарайта.


Һынлы сәнғәт көсө. Өйөгөҙҙәге картиналарға иғтибар итегеҙ: нимә һүрәтләнгән? Ундағы иркенлекте (тормош юлындағы кеүек) бер нәмә лә ҡаплап торорға тейеш түгел. Бөтә яманлыҡты ағыҙып алып китер тигән уйҙан йылға һүрәте яҡшы булыр".

Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас