

Ер еләге ҡайын еләгенән үҙенә башҡа тәме, татлыраҡ һәм сөсөрәк булыуы менән айырыла. Етмәһә эрерәк тә. Һабағынан япраҡса менән өҙөлөп сыға. Шуға күрә уны ҡайһы бер төбәктәрҙә шыртлаҡ еләк тип атайҙар. Емештәре аҡһыл йөнтәҫерәк булғанға йөнлө еләк тип тә көләләр. Инйәр-ҡатайҙар уны тупар тип атай, йыйғанда тупырлап төшөп торған өсөндөр. Еләкте төпһәһенән таҙартырға тура килһә лә, ул һоҡланғыс хуш еҫе, тәме менән ҡыш табындарҙы йәмләп тора. Ҡайһы саҡ төпһәһе менән дә ҡайнаталар, бик ҡупшы килеп сыҡмаһа ла, уның файҙаһы күберәк тип һанала. Инәйем еләкте таҙартылмаған килеш блендер менән генә туғып, шәкәрләп йә туңдырып ҡуя. Еләктең витаминдары шул килеш һаҡлана, тип, өйрәтә өләсәйем.
Ер еләген халыҡ айырыуса яратып ҡуллана. Ер еләге хуш еҫле, тәмле генә түгел, һанап бөткөһөҙ файҙалы ла. Аҙ ҡанлылыҡтан яфаланыусыларға ярҙамы тейә, ти өләсәйем. Бауыр, бөйөр, үпкә сирҙәренән ҡотҡара. Ҡан баҫымы юғары булғанда эсә олатайым. Ул еләкте ҡуҙағы менән ҡайната, шулай иткәндә файҙаһы күберәк була, ти.
Ер еләген тағы һейҙек ҡыуығында таш булғанда, подагра, склероз осрағында ҡулланалар. Ул ағзаларҙан һаулыҡҡа зыян килтереүсе матдәләрҙе ҡыуа. Шуға ла ер еләгенән йәки япрағынан әҙерләнгән төнәтмәне һыуыҡ тейгәндә, юғары тән температураһы менән интеккәндә эсәләр. Дөйөм сәләмәтлекте нығытыу өсөн сәйгә лә кипкән еләк япраҡтарын һалып эсегеҙ, ауырымаҫһығыҙ. Ер еләге япрағынан әҙерләнгән һут йөрәк эшмәкәрлеген яйға һала, ҡан тамырҙарын киңәйтә тип өйрәтә әсәйем һәм үҙе лә һут әҙерләп эсә. Йөрәктең ҡан тамырҙарын нығытыр өсөн төнәтмә лә әҙерләйҙәр. Бының өсөн 2 ҡалаҡ киптерелгән япраҡҡа 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, эмалле кәстрүлдә боҫ өҫтөндә 5 минут ҡайнатырға ла 3 сәғәт төнәтергә. Дауаны көнөнә 2-3 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Беҙҙә ҡыҙҙар ер еләген бит тиреһен йәшәртеү һәм йомшартыу өсөн ҡулланалар. Уның ярҙамында биттәге һытҡыны, һипкелде бөтөрөргә мөмкин, тиҙәр.
Еләк – ҡайнатмалар батшаһы
Йәй төҫөн һаҡлайыҡ тигән хужабикәләргә төп ҡайнатма – ер еләгенән. Уны ҡайнатмаларҙың батшаһы тип тә атайҙар. Ер еләгенән ҡайнатма былай эшләнә: 1 кг ер еләге, 1 кг шәкәр, ярты стакан һыу. Ер еләген таҙартырға. Сироп алдан әҙерләнә һәм уның өҫтөнә еләк һалына. Емешкә сироп тулыһынса һеңеп бөтөргә тейеш. Ҡайнатма ныҡ талғын утта әҙерләнә. Әгәр еләк бик һутлы булһа, ҡайнатмаға һыу өҫтәмәҫкә лә мөмкин.
Сиропты алдан әҙерләмәҫкә лә була. Бының өсөн еләк менән шәкәрҙе бергә бутап, һалҡынса урында 10 – 12 сәғәт тоторға кәрәк.
Ер еләгенән - сәй
Ер еләгендә витаминдар (С, РР, В1, В2), минералдар (тимер, марганец) ифрат күп. Ашҡаҙан ауырыуҙарына ҡаршы еләктән Сәй бик яҡшы дауа. Шулай уҡ ул бөйөр ауыртҡанда ла ярҙам итә. Уның япрағынан Сәй ҡайнатып эскәндә тамаҡ шеше ҡайта. Ауыҙҙы сайҡатып алырға ла була. Ул былай әҙерләнә: емешенән, япрағынан, тамырынан әҙерләнгән ҡатышмаға бер стакан ҡайнар ҡыу ҡойорға һәм биш минутҡа ултыртып торорға. Ер еләге Сәйгә тәм һәм хуш еҫ бирә. Шуға күрә бындай Сәй файҙалы ғына түгел, ә хуш еҫле тәмле Сәй ҙә булып тора.
Ер еләгенән тағы ла бөйөрөктәр, еләк бәлеше, асығауыҙҙар, торттар бешереп ашайбыҙ. Өләсәйем ҡаҡ эшләй белә. Еләктән ҡайнатылған компотты туғандарым эсергә ярата.
Авторы - Әбйәлилова Арина.
Редакциянан: Тағы ла ер еләген йәй дауамында кәмендә бер стакан ашарға кәңәш итәләр, сөнки ул - витаминдар сығанағы. Ул айырыуса С витаминына бай.