

Былтыр ауыл медицина учреждениеларына йөҙҙән ашыу яңы белгес килде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәрҙәре барышында мотлаҡ медицина учреждениелары эшмәкәрлегенә, уларҙың кадрҙар менән тәьмин ителешенә иғтибар бирә, халыҡ менән осрашыуҙарҙа тармаҡтағы “ауыртҡан” урындарҙы билдәләй, “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларында ҡатнашыусыларҙың теләктәре, эш шарттары менән ҡыҙыҡһына.
Кадрҙарҙы ауылға йәлеп итеү буйынса ҡабул ителгән дәртләндереү саралары былтыр ҙа мул булды: 61 табип – 1,5 миллион һум, 20 табип – берәр миллион һум, 36 урта медицина персоналы вәкиле 750-шәр мең һум (шул иҫәптән, дүрт ашығыс ярҙам фельдшеры), 12 урта медицина хеҙмәткәре 500-әр мең һум (шул иҫәптән, өс ашығыс ярҙам фельдшеры) аҡса алды.
Радий Фәрит улы республикала эш башлаған тәүге осорҙа уҡ “Россия-24” телеканалында һаулыҡ һаҡлауҙы заманса тармаҡҡа әүерелдереү хыялы менән сығыш яһап, халыҡ күңелендә яҡты өмөт уятҡайны. “Ҙур республикала медицина ауылдан башлана. Бында әле күп төбәктәрҙә фельдшер-акушерлыҡ пункттары ябыҡ, амбулаторияларҙың юҡлығы һәм медицина белгестәренең етешмәүе билдәле. Беҙ ысынбарлыҡта ауыл медицинаһын тергеҙәбеҙ. Һаулыҡ һаҡлауҙа етди тәртип булдырабыҙ – юғары технологиялы медицина ярҙамында ла, ҡалалар кимәлендә лә. Беҙ юлыҡҡан төп проблема стеналар, биналар йәки ҡорамалдар юҡлығында ғына ла түгел, ә табиптар булмауында. Был – беҙҙең өсөн бик етди һынау”, – тип республика етәксеһе алда торған бурыстарҙың мөһимлегенә баҫым яһаны.
Шул көндәрҙән алып кадрҙар мәсьәләһе көн үҙәгенән төшкәне юҡ. Башҡортостан етәкселеге 2030 йылға тиклем һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең тәүге звеноһында тулыһынса тәртип булдырыуҙы республика өсөн өҫтөнлөклө бурыс тип иҫәпләй. Ошо йәһәттән власть органдары медицина учреждениеларын кадрҙар менән тулыландырыу, белгестәрҙе ауылдарға йәлеп итеү өҫтөндә даими эшләйәсәк. Республикала медицина хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлау буйынса эш ойошторола, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм тармаҡты яңыртыу программалары берлектә хәл ителә. Поликлиника һәм амбулаторияларҙы белгестәр менән тәьмин итеүҙә Башҡорт дәүләт медицина университетынан тыш, һигеҙ медицина колледжы һәм алты филиалы ҙур өлөш индерә. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, студент осоронан башлап, һәр буласаҡ белгес өсөн карьера үҫеше, хеҙмәт юлы билдәләнә. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһында бөгөн 25 меңдән ашыу кеше эшләй. Республика етәксеһе тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү тураһында һүҙ сыҡҡанда, һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа белгестәргә ҡытлыҡтың һиҙелерлек йомшарыуын, “Ауыл табибы”, ”Ауыл фельдшеры” һәм “Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар" программаларының уңышлы эшләүен билдәләй.
Хәҙер был программаларҙың һаулыҡ һаҡлау тармағында кадрҙар ҡеүәтен нығытыуға тос өлөш индереүен бер кем дә инҡар итә алмаҫ. Башҡортостан Волга буйы федераль округында модулле ФАП-тар урынлаштырыу буйынса ла лидерлыҡты тота.
Медицина колледждарында бюджет урындарының 1,5 меңгә арттырылыуы, яңы филиалдар барлыҡҡа килеүе, эш шарттарының яҡшырыуы тармаҡтың киләсәгенә ышаныс тыуҙыра. Белем биреү ойошмаларына грант средстволарын йәлеп итеү кадрҙар сәйәсәтен нығытыуҙа тағы бер уңышлы сара. Мәҫәлән, Өфө медицина колледжы Башҡортостан Хөкүмәтенең 30 миллион һумлыҡ грантын отто. Ә Бөрө медик-фармацевтика колледжы 100 миллион һумлыҡ федераль грант алыуға өлгәште. Бөгөн республиканың медицина колледждарында туғыҙ меңгә яҡын студент белем ала. Йыл һайын ике меңгә яҡын белгес уҡыуҙы тамамлай һәм 80 проценттан ашыуы дәүләт медицина учреждениеларына эшкә килә. Ә 2026 йылғы сығарылыш рекорд ҡуясаҡ – 3300 йәш белгес уҡыуҙы тамамлап, тармаҡтың кадрҙар ҡеәүәтен нығытыуға өлөш индерәсәк!
Кешенең ҡайҙа – ҙур ҡалала йәки төпкөлдәге бәләкәй ауылдамы - йәшәүенә ҡарамаҫтан, медицина ярҙамын сифатлы һәм һәр кемдең унан файҙаланырлыҡ булыуын тәьмин итеү тармаҡтың төп бурыстарының береһе. Был йүнәлештә алып барылған эштең һөҙөмтәһен күреү ҡыуаныслы, әлбиттә. Һуңғы өс йылда кадрҙарға ҡытлыҡ дүрттән бер өлөшкә кәмене. 2026 йылдан алып республикала тағы ла бер дәртләндереү сараһы эш башланы. “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашмаған, ҙур һорау менән файҙаланған тар белгестәрҙе йәлеп итеүгә иҫәпләнгән программа Бәләбәй, Белорет, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Туймазы ҡалаларына ҡағыла. Ярҙамды терапевт, педиатр, кардиолог кеүек белгестәрҙән тыш, хирургтар, анестезиолог-реаниматологтар, ашығыс ярҙам табиптары аласаҡ. ”Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар” тип аталған яңы программаның башҡа төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы ла йәлеп итеүе күңелле хәл булды.
Былтыр ауылдарҙағы медицина ойошмаларына 259 хеҙмәткәр ылыҡтырылды һәм уларға 279 миллион һум аҡса түләнде. Был төпкөл райондарҙа табип һәм фельдшерҙарҙың кәм тигәндә биш йыл эшләүен тәьмин итәсәк. Шуны ла билдәләргә кәрәк, федераль средстволарҙы йәлеп итеүҙә Башҡортостан Рәсәйҙә лидерҙарҙың береһе булды, 2025 йылда ғына өҫтәмә рәүештә 134,5 миллион һум аҡса алынды. Быйыл 80 табип һәм 46 урта медицина хеҙмәткәренә 141,75 миллион һум күләмендә дәртләндереү сараһы ҡаралған.
Табип йәки фельдшер профессияһын һайлау – һәр саҡ яуаплылыҡ талап иткән етди ҡарар ул. Йәш белгестәрҙең йыш ҡына эштәге юғары көсөргәнеш һәм даими уҡыу менән бәйле икеләнеүе билдәле. Әммә тотороҡлоҡ һәм медицинаның социаль әһәмиәте тап ошо һөнәрҙе һайларға этәргән төп факторҙар булып ҡала. Пациенттарҙың ышанысын яулау, тәжрибәле фельдшерҙар әйтеүенсә, уңышлы эштең яртыһы, бары эшеңде бөтә күңелеңде һалып башҡара бел. “Донъялағы иң мәрхәмәтле, кешелекле һөнәр эйәләренә ихтирам, уларға тейешле эш шарттары булдырыу, заманса технологиялар менән тәьмин итеү менән бергә ауыл тормошон ылыҡтырғысыраҡ итеү ҙә мөһим”, – тип иҫәпләгән һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникееваның фекере менән тулыһынса килешәбеҙ.
Башҡортостан ауылдарында ике меңдән ашыу медицина пункты эшләй. Федераль һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында һуңғы алты йыл эсендә биш йөҙҙән ашыуы иҫке биналарҙан заманса модулле биналарға күсте. Бөгөн ФАПтарҙы диагностика ҡорамалдары, шул иҫәптән дистанцион тапшырыу функциялы компьютер кардиографтары менән йыһазландырыу бара.
Фельдшерҙың ярҙам саралары ла артты, ҡан баҫымын үлсәп, табип тәғәйенләгән йүнәлтмә буйынса энә ҡаҙауҙан тыш, хәҙер ул дистанцион рәүештә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын рәсмиләштерә, электрон рецепт яҙа, телемедицина консультацияһын үткәрә ала. Башҡортостандың һанлы системаһы ике йөҙҙән ашыу ойошманы берләштерә. Ауыл фельдшеры тап ошо үҙгәрештәр эсендә ҡайнап йәшәй, кешелек тәжрибәһен һәм технологик мөмкинлектәрҙе яраштырып ҡулланырға өйрәнә. Ысынлап та, биш-алты йыл эсендә ҙур тырышлыҡ, ихтыяр көсө һәм ойоштороу оҫталығы менән тармаҡта бығаса булмағанса юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеү ҙур аҙым булды. Бер яҡтан, Рәсәй Президентының “май” указдары, милли проекттарҙың ярҙамға килеүе, икенсе яҡтан, республикала һаулыҡ һаҡлау системаһын һөҙөмтәле эшкә йүнәлтеү емеш бирҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән старт алған “Сәләмәтлек поездары” ла медицина ярҙамын ауылдарға яҡынайтыуға лайыҡлы өлөш индерҙе. Медицина комплекстары белгестәр менән бергә халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн республиканың алыҫ райондарына сәфәргә сыға. Яңыраҡ тағы ла стоматология һәм кардиология йүнәлеше буйынса ике яңы медицина комплексы алынды. Тимәк, эш кәмемәйәсәк, “тәгәрмәстәрҙәге дауаханалар” иртә яҙҙан көҙгә тиклем республиканы иңләйәсәк.
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:
“Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы – тап халҡыбыҙҙың сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек башланған урын. Поликлиникаларҙағы шарттарҙан, йыһазландырыуҙан, унда эшләгән табиптарҙың эшмәкәрлегенән күп нәмә тора. Һуңғы йылдарҙа беҙгә тәүге звеноның ладшафтын етди үҙгәртергә, был маҡсаттарға байтаҡ федераль финанс сығымын йәлеп итергә мөмкин булды. Һәм беҙ был эште дауам итәбеҙ. Кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау, ғүмер оҙайлығын арттырыу беҙҙең, һис шикһеҙ, өҫтөнлөктәребеҙ булып ҡаласаҡ”.
Айрат РӘХМӘТУЛЛИН, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры:
“Башҡортостан Башлығы тармаҡ алдына мөһим бурыс ҡуйҙы: 2030 йылға республикала бер генә лә иҫке һәм авария хәлендәге медицина пункты булмаҫҡа тейеш! Ҡатмарлы һәм яуаплы бурыс, беҙ уны мотлаҡ үтәргә тейешбеҙ. Яңы объекттар төҙөлөшө артабан дауам итәсәк, автотранспорт һәм ҡорамалдарҙы яңыртыу өҫтөндә лә эшләйәсәкбеҙ”.
Фото: Башҡортостан дәүләт медицина университеты сайтынан.