

МАХ мессенджерында табипҡа онлайн яҙылыу күп файҙаланылған функцияларҙың береһенә әйләнде. а.
Консультацияға чат-бот йәки мессенджерҙағы мини-ҡулланма аша яҙылырға мөмкин. Ҡулланыусылар табипҡа барыу өсөн уңайлы ваҡытты һайлау ғына түгел, ә ҡабул итеү көнөн, ваҡытын күсерә йәки, пландары үҙгәрһә, уны ғәмәлдән сығара ала. Хеҙмәтте беренсе тапҡыр ҡулланғанда шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ бирергә, тыуған көнөн, СНИЛС номерын күрһәтергә һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша авторизация үтергә кәрәк. Бынан һуң табипҡа яҙма бер нисә төймәгә баҫыу менән асыҡлана. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы милли мессенджерҙа медицина сервистарын үҫтереүҙе дауам итә.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Вадим Ваньков билдәләүенсә, ведомство функцияны киңәйтеү өсөн MАХ командаһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. "Беҙ милли мессенджер командаһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ, MАХ-та табипҡа яҙылыу, онлайн-консультациялар үткәреү, медицина процедураларына ризалыҡтарға ҡул ҡуйыу кеүек уңайлы медицина сервистары булдырыу өсөн”, - тип һөйләне Ваньков.
Һанлы медицина сервистарын үҫтереү граждандарҙың документ тултырыуға һәм сиратта ултырыуға киткән ваҡытын ҡыҫҡартып, һаулыҡ һаҡлауҙы уңайлыраҡ итә.
Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-06-29/onlayn-zapis-k-vrachu-odna-iz-samyh-vostrebovannyh-funktsiy-natsmessendzhera-max-4735690