Беҙҙе ниндәй хәүеф һағалай?

Күп кенә ата-әсә һыуҙа батыусы баланы кинола һүрәтләгәнсә күҙ алдына килтерә. Имеш, батыусы бала ҡулын болғай-болғай ҡысҡыра, ярҙамға саҡыра. Ысынбарлыҡ башҡаса: балалар тауыш-өнһөҙ бата. Уларҙың йөҙөп сығырға ла, ҡысҡырырға ла көсө етмәй.  

Беҙҙе ниндәй хәүеф һағалай?Беҙҙе ниндәй хәүеф һағалай?
Беҙҙе ниндәй хәүеф һағалай?

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 29 июндән 5 июлгә тиклем Тышҡы сәбәптәрҙән үлем осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелгән аҙна үткәреүҙе иғлан итте.

Йәмғиәтте тышҡы сәбәптәрҙән үлем осраҡтарының артыуы бик ныҡ борсой, сөнки күпселек осраҡта уларҙы булдырмаҫҡа мөмкин булыр ине. Ҡағиҙә булараҡ, вафат булғандар араһында хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр күп. Тышҡы сәбәптәрҙән үлем структураһында бер нисә төп төркөм бар. Росстат ошо категорияларҙан төп үлем күрһәткестәрен билдәләгән: алкоголдән осраҡлы ағыуланыу; бөтә транспорт төрҙәрендәге бәхетһеҙлек осраҡтары; үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙар; үлтерештәр; билдәһеҙ ниәттәр менән зыян килтереүҙәр; осраҡлы ҡолауҙар һәм батыуҙар; ут, ялҡын һәм төтөн һөҙөмтәһендә килеп тыуған бәхетһеҙлек осраҡтары.

Алкоголь организмдың бөтә системаларына ҡаҡшатҡыс йоғонто яһай. Ул эскән кеше өсөн генә түгел, тирә-яҡтағылар өсөн дә хәүефле.  Алкоголь хәрәкәтләнеүҙе һәм тәртибеңде контролләүҙе боҙа, күп бәхетһеҙлек осраҡтарына килтерә. Хатта үҙҙәре алкоголь менән мауыҡмаған кешеләрҙең дә эскелек ҡорбанына әүерелеүе ихтимал. Иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу имгәнеүҙәрҙе, агрессияны, енәйәттәрҙе арттыра. Тышҡы сәбәптәрҙән үлем осраҡтарын иҫкәртеү байтаҡ саралар комплексын үҙ эсенә ала: халыҡҡа мәғлүмәт биреү, алкоголь һатыуҙы сикләү; юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеүҙе контролләү, йәмәғәт урындарында һәм транспортта хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү.

Балалар өсөн йәй миҙгеленә хас айырыуса хәүефле мәлдәрҙе ҡарап үтәйек.

  1. Асыҡ тәҙрәләр. Һәр йыл һайын көндәр эҫетеү менән балаларҙың тәҙрәнән ҡолап төшөүе ҡабатлана. Өлкәндәрҙең иғтибарһыҙлығы һөҙөмтәһендә сабыйҙарҙың ғүмере өҙөлә, сәләмәтлегенә зыян килә. Өйҙә сабыйҙар булғанда тәҙрәләрҙе шар асып ҡуймағыҙ, иң яҡшыһы - тәҙрә тотҡостарына йоҙаҡ-блокираторҙар ҡуйығыҙ. Бүлмәгеҙҙән бер секундҡа сығыу ҙа фажиғәгә килтереүе ихтимал.
  2. Янғын. Балалар шырпы менән уйнарға ярата, быны һәр кем белә. Йыш ҡына йорттарҙа телефон зарядкаһы йәки төҙөк булмаған розетканың янғын сығарыуы мөмкин. Башҡортостанда күп балалы һәм ауыр тормош хәленә юлыҡҡан ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға һәм  башҡа льготаға эйә булыусыларға бушлай янғын иҫкәртеүсе приборҙар ҡуялар.

3.Эҫе ҡояш. Көн бик эҫе тойолмаһа ла, баланы ҡояш һуғыуы ихтимал. Айырыуса ябыҡ машинала ҡалдырылған бала өсөн хәүеф ҙур. Ун минутта салон эсендә күтәрелгән  температураның үлемгә килтереүе билдәле. Баланы автомобилдә бер минутҡа ла яңғыҙын ҡалдырырға ярамай. Урамда башына кепка йәки панамка кейҙерегеҙ, үҙегеҙ менән һыу алып йөрөгөҙ.

  1. Урман янғындары. Ун янғындың туғыҙына кеше сәбәпсе. Ташланған тәмәке төпсөгө, һүндерелмәгән усаҡ йәки үҫмерҙәрҙең шуҡлығы арҡаһында гектарлаған урмандар, хатта тораҡтар юҡҡа сыға. Балаларға ҡоро елле көндә бәләкәй генә ут сатҡыһының оло бәләгә олғаштырыу ихтималлығы тураһында аңлатырға кәрәк. Урманда ут сыҡҡанын күрһәгеҙ шунда уҡ 112 номерына шылтыратығыҙ.
  2. Ҡуйы шырлыҡтар. Беҙҙә урмандар ҡуйы һәм мәкерле. Уларҙа йыл да тиҫтәләгән кеше аҙаша. Урманға йыйынғанда үҙегеҙ менән телефон, һыҙғыртҡыс, һыу алығыҙ. Сағыу төҫтәге кейем кейегеҙ. Яҡындарығыҙға ҡайҙа барыуығыҙҙы хәбәр итегеҙ. Балаға төп ҡағиҙәне аңлатығыҙ: паникаға бирелмә, аҙашҡаныңды белеү менән шунда туҡтал һәм 112 телефонына шылтырат, яҡындағы ориентирҙарҙы атап әйт, ярҙам көт. Иң яҡшыһы: урманға бер үҙең йөрөмәү.
  3. Һыу ятҡылығы. Күп кенә ата-әсә һыуҙа батыусы баланы кинола һүрәтләгәнсә күҙ алдына килтерә. Имеш, батыусы бала ҡулын болғай-болғай ҡысҡыра, ярҙамға саҡыра. Ысынбарлыҡ башҡаса: балалар тауыш-өнһөҙ бата. Уларҙың йөҙөп сығырға ла, ҡысҡырырға ла көсө етмәй. Шуға күрә йыһазландырылған, ҡотҡарыусылар дежур иткән пляждарҙа ғына һыу инеү хәүефһеҙ. Һауа тултырылған матрас һәм дүңгәләктәргә ышанмағыҙ, баланың янында булығыҙ.

 7.Талпандар. Башҡортостан талпан энцефалиты һәм боррелиоз буйынса хәүефле зонаға инә. Талпан ҡаҙалһа, уны һаҡ ҡына еп менән эләктереп алалар, йәрәхәтте йоғошһоҙландыралар һәм һауытҡа һалып, лабораторияға илтәләр. Күп кенә талпандар һаулыҡ өсөн зарарлы, ваҡытында дауаланыу һеҙгә ғүмерегеҙҙе һаҡларға ярҙам итер.

  1. Питбайк һәм самокаттар. 2026 йыл үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары һаны буйынса рекорд ҡуйҙы. Питбайк – бик етди, хәүефле транспорт сараһы. 16 йәшкә тиклем унда йөрөү ҡәтғи тыйыла. Электр самокаттары өсөн дә ҡағиҙә бер: 18 йәшкә тиклем үҫмерҙәргә унда йөрөргә ярамай. Һәр аҙна һайын тигәндәй балаларҙың самокаттарҙа бәләгә тарығандары тураһында күңелһеҙ хәбәрҙәр булып тора.
  2. Еңел табыш. Башҡа илдәрҙең махсус хеҙмәттәре үҫмерҙәргә еңел аҡса тәҡдим итеп, баштарын әйләндереүе ихтимал. Һөҙөмтә фажиғәле: үҫмерҙәр һәм йәштәр диверсия, терроризм ҡармағына эләгеп, енәйәт юлына баҫып, 20 йылға тиклем төрмәгә ултыртылыуы ихтимал. Ул-ҡыҙҙарығыҙ менән һөйләшеп, эске донъялары менән танышып, аңлатыу эштәре алып барығыҙ.
Беҙҙе ниндәй хәүеф һағалай?
Беҙҙе ниндәй хәүеф һағалай?
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас