Тырышлыҡ та, ихтыяр көсө лә кәрәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ алдына мөһим бурыс ҡуйҙы: 2030 йылға республикала бер генә лә иҫке һәм авария хәлендәге медицина пункты булмаҫҡа тейеш!

Тырышлыҡ та, ихтыяр көсө лә кәрәкТырышлыҡ та, ихтыяр көсө лә кәрәк
Тырышлыҡ та, ихтыяр көсө лә кәрәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала эш башлаған тәүге осорҙа уҡ “Россия-24” телеканалында һаулыҡ һаҡлауҙы заманса тармаҡҡа әүерелдереү хыялы менән сығыш яһап, халыҡ күңелендә яҡшы дауаланыу шарттарына өмөт уятҡайны. “Ә ҙур республикала медицина ауылдан башлана. Бында әле күп төбәктәрҙә фельдшер-акушерлыҡ пункттары ябыҡ, амбулаторияларҙың юҡлығы һәм медицина белгестәренең етешмәүе билдәле. Беҙ ысынбарлыҡта ауыл медицинаһын тергеҙәбеҙ. Һаулыҡ һаҡлауҙа етди тәртип булдырабыҙ – юғары технологиялы медицина ярҙамында ла, ҡалалар кимәлендә лә. Беҙ юлыҡҡан төп проблема стеналар, биналар йәки ҡорамалдар юҡлығында ғына ла түгел, ә табиптар булмауында. Был – беҙҙең өсөн бик етди һынау”, – тип республика етәксеһе алда торған бурыстарҙың мөһимлегенә баҫым яһаны.

 Ысынлап та, биш-алты йыл эсендә ҙур тырышлыҡ, ихтыяр көсө һәм ойоштороу оҫталығы менән тармаҡта бығаса булмағанса юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеү ҙур аҙым булды. Бер яҡтан, Рәсәй Президентының “май” указдары, милли проекттарҙың ярҙамға килеүе, икенсе яҡтан, республикала һаулыҡ һаҡлау системаһын һөҙөмтәле эшкә йүнәлтеү емеш бирҙе. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, “беҙ ябай мәсьәләне хәл итәбеҙ – һаулыҡ һаҡлауҙы, беренсе ярҙамды, тәүге медицина тикшереүен мөмкин тиклем кешегә яҡынайтырға тейешбеҙ. Шуға күрә фельдшер-акушерлыҡ пункттарын әүҙем тергеҙәбеҙ”.

Былтыр Республика көнө алдынан  Саҡмағош районының Рапат ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктының асылыуын бөтә республика халҡы менән күҙәттек. Бер юлы һигеҙ медицина учреждениеһы асылыуы менән халыҡты ҡотлап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша уларҙың эшмәкәрлегенә старт бирҙе. Хәтерегеҙҙәме? Унан элгәрге йылда рапаттар республика етәксеһе менән тура бәйләнеш ваҡытында Радий Фәрит улына мөрәжәғәт менән сығып, ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү үтенесен еткергәйне. Беҙ ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында ҡалҡып сыҡҡан яңы модулле медицина учреждениеһындағы эш шарттары менән таныштыҡ..

Тыштан балҡып ултырған медицина пунктының бүлмәләре сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм фельдшерҙарҙың эш шарттарын яҡшыртыу маҡсатында өр-яңы йыһаздар, ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. “Бына бөгөн укол ҡаҙатырға килдем, фельдшерҙарыбыҙ бик һәйбәт. Ҙур рәхмәт уларға! Китеп бармаһындар, пункт ябылып ҡуймаһын, тип ҡурҡып торабыҙ. Ауыл халҡы өсөн медицина пунктының ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һөйләп тораһы ла юҡ”,– ти пациенттарҙың береһе.

 Ысынлап та, ауыл фельдшеры дауалаусы ғына түгел, ҡайһы саҡта ул күңел һыҙланыуҙары, яралары менән уртаҡлашыусыларға кәңәш биреүсе психолог та, һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт тормош темаларын уртаға һалып әңгәмә ҡороусы ла. Элек шприцтарҙы ҡайнатып, укол яһаған, эш көнөн колонкаға һыуға барыуҙан башлаған, һыуыҡ бүлмәлә ауырыуҙарҙы ҡабул иткән ваҡыттар артта ҡалған. “Яңы, яҡты, заманса шарттарға ярашлы бинала эшләүебеҙгә ҡыуанып бөтә алмайым”, – ти Зәһинә Зиннәтуллина. Ошо Рапат фельдшер-акушерлыҡ пункты миҫалында ғына ла республикала ҡалҡып сыҡҡан башҡа яңы, заманса йыһазландырылған медицина учреждениеларының эш шарттарын, халыҡтың шатлығын күҙ алдына килтереп була

Бөгөн республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу ҙур темп менән дауам итә.”Һанлы ФАП” проекты эшкә ҡушылды. Бөтә медицина пункттарының интернетҡа тоташтырылыуы фельдшерға медицина мәғлүмәт системаһын тулыһынса файҙаланырға ярҙам итә. Һәр медицина пункты ЭКГ аппараттары менән йыһазландырылған. Пациент, Өфөнән йөҙҙәрсә километр алыҫлыҡта йәшәүенә ҡарамаҫтан, электрон рецепт, ЭКГ мәғлүмәте, тар белгестәрҙән телемедицина консультацияһы алыу, “больничный”ҙы рәсмиләштереү мөмкинлегенә эйә. Элекке кеүек район үҙәгенә барып йөрөү кәрәкмәй. Республикабыҙҙың Рәсәй Федерацияһында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункнкттары һәм ауы табиплыҡ амбулаториялары төҙөү һәм ремонтлау буйынса лидерлыҡты тотоуы ғорурлыҡ тойғоһо уятмай ҡалмай. Статистика быны раҫлай.

Һуңғы осорҙа башҡарылған эштәрҙе һанап бөтөүе лә ауыр. “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры”, “Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар”, ”Етешмәгән белгеслектәр” программалары уңышлы тормошҡа ашырылды. Ауылдарға һәм халҡы 50 меңгә тиклем булған ҡалаларға 2012 йылдан килгән табиптар өсөн айырым программа эшләне. Ошо программалар ярҙамында 1861 медицина хеҙмәткәре эшкә йәлеп ителде. Бынан тыш, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм уларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса маҡсатлы уҡыу тураһында килешеүҙәр төҙөлдө, бюджет иҫәбенә медицина колледждарына ҡабул ителеүселәр һаны арттырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Нефтекамала, Учалыла, Октябрьскийҙа һәм Мәсәғүттә медицина колледждарының филиалдары асылды.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин тармаҡтағы бурыстарҙың һис кәмемәүен, киреһенсә, медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу,  пациенттарҙың дауаланыу һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртыу буйынса сараларҙың артасағын билдәләне: Илебеҙҙе һәр яҡлап үҫтерәсәк яңы милли проекттарҙы тормошҡа ашырырға тейешбеҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ алдына мөһим бурыс ҡуйҙы: 2030 йылға республикала бер генә лә иҫке һәм авария хәлендәге медицина пункты булмаҫҡа тейеш! Ҡатмарлы һәм яуаплы бурыс, беҙ уны мотлаҡ үтәргә тейешбеҙ. Яңы объекттар төҙөлөшө артабан дауам итәсәк, автотранспорт һәм ҡорамалдарҙы яңыртыу өҫтөндә лә эшләйәсәкбеҙ”. 

Әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау эшмәкәрлеге – даими хәстәрлек һәм финанс сығымдары талап иткән үтә мәшәҡәтле киң тармаҡ. Был өлкәлә хәл итәһе мәсьәләләр етерлек һәм улар системалы рәүештә хәл ителә барасаҡ

Айрат РӘХМӘТУЛЛИН, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры: “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу – тотош команда эше, ул участка бүлеүҙән башлана һәм һыу үткәреү, юл төҙөү, асыҡ мөхит булдырыу, муниципалитет менән бергә эште ойоштороу, лицензия алыу мәшәҡәттәре менән дауам итә”.

Рауль ХӘЛФИН, Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе:

“Барыһынан да бигерәк шуны билдәләргә кәрәк: башта уҡ иғтибар ауыл ерҙәрендә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһына – поликлиникаларға, фельдшер-акушерлыҡ пункттарына, ауыл табиплыҡ амбулаторияларына йүнәлтелде. Республиканың ҙур биләмәһен  һәм ауыл халҡының ҙур өлөшөн иҫәпкә алғанда, был дөрөҫ ҡарар булды. Медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеге мөһим аспект булып тора”.

Динә Арыҫланова.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас