Яман шеш менән сирләгәндәргә – файҙалы һут

Көс-хәл бирә, иммунитетты нығыта, ҡан анализын яҡшырта ала. Әҙерләүе еңел генә

Яман шеш менән сирләгәндәргә – файҙалы һутЯман шеш менән сирләгәндәргә – файҙалы һут
Яман шеш менән сирләгәндәргә – файҙалы һут

Был һут яман шеш менән ауырыған кешеләргә тәҡдим ителә, сөнки ул көс-хәл бирә, иммунитетты нығыта, ҡан анализын яҡшырта ала.

Һутты әҙерләү еңел генә. Уның бер генә етешһеҙлеге бар — тәмле түгел. Шулай ҙа сирлеләр, һөҙөмтәләрҙе күргәс, быға иғтибар итмәй башлай, тиҙәр.

Һутты күп тиҫтә йылдар дауамында химия терапияһы үткән кешеләргә тәҡдим итәләр. Яман шеше булмағандар өсөн дә ул бик файҙалы. Арыу йәки депрессия хәлен тойһағыҙ, был эсемлектең һеҙгә лә кәрәк булыуы мөмкин.

Ингредиенттары:

бер килограмм сөгөлдөр,

бер лимон,

0,5 килограмм кишер,

өс әфлисун,

өс алма,

бер килограмм бал.

Әҙерләү:

Бөтә ингредиенттарҙы йыуып, блендерҙа ваҡлағыҙ. Һөҙөмтәлә ҡыҙғылт төҫтәге һут барлыҡҡа килә. Уны быяла шешәләргә йәки банкаларға һалығыҙ (пластик һауытты ҡулланмағыҙ) һәм һыуытҡыста һаҡлағыҙ.

Һәр иртә ас килеш ярты стакан һут эсергә кәңәш ителә. Әгәр көн һайын ҡулланһағыҙ, 10 көндән һуң көс-хәл артыуын, кәйефтең яҡшырыуын, организмдың дөйөм нығыныуын тойорһоғоҙ.

Халыҡ медицинаһы сараһын файҙаланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас