

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Айыҡ ауыл” республика конкурсы – Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә тиңе булмаған проекттарҙың береһе. Был сара ауылдарыбыҙға үҫешкә, яҡшылыҡҡа, сәләмәт тормошҡа ынтылыш, көс-дәрт бирҙе, халҡын татыу ғаилә булараҡ тупланы. Күптәр өсөн был проект йәшәү рәүешенә әйләнде тип әйтергә лә мөмкин, сөнки улар еңеү теләгендә бер нисә тапҡыр ҡатнаша.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы конкурсты төрләндереү өсөн үҙенсәлекле алымдар индерә. Мәҫәлән, быйыл “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусыларҙы, еңеүселәрҙе тәбрикләү өсөн республикала “Ныҡлы ғаилә – айыҡ ауыл – көслө Башҡортостан!” күсмә ултырышын ете районда үткәрҙеләр. Ә инде уның йомғаҡлау сараһы Дүртөйлөлә булды. Ул халыҡ кәсептәренә һәм мәҙәниәтенә арналған “Ҡанатлы ат” республика фестиваленә ярашлы ойошторолдо. Унда Дүртөйлө, Баҡалы, Бүздәк, Бәләбәй, Илеш, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары, Октябрьский ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты.
Күсмә сара барышында “Һаулыҡ хаҡына хеҙмәттәшлек: сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуҙа төбәк-ара тәжрибә уртаҡлашыу” секция ултырышы эшләне. Унда муниципаль ойоштороу комитеттары вәкилдәре, урындағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, VII “Айыҡ ауыл” республика конкурсы әүҙемселәре, 2019 – 2025 йылдарҙа еңгән ауыл вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырышты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе, “Айыҡ ауыл” республика конкурсы кураторы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева алып барҙы.
Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы, ауыл хужалығы фәндәре докторы Риф Йосопов ҡунаҡтарҙы тәбрикләп сығыш яһаны, “Айыҡ ауыл” конкурсының берләштереү көсөн билдәләне. Шулай уҡ кәңәшмәлә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер Тамара Танһыҡҡужина үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Сәлиә Мырҙабаева “Айыҡ ауыл” конкурсында ведомство-ара уҙаҡташлыҡ һәм социаль маҡсаттарға өлгәшеү ҡоралдары хаҡында сығыш яһаны. “БР Финцентр” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының финанс грамоталылығы үҙәге етәксеһе Светлана Вәлиева “Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы нисек яҡларға: “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә, Макс мессенджерында, банктарҙың мобиль ҡушымталарында хәүефһеҙлекте көйләйбеҙ” темаһына доклад тәҡдим итте. Шулай уҡ ул Туймазы һәм Саҡмағош райондарының үҙәк китапханаларында “Финанс грамоталылығы буйынса мөйөш” асыуға баҫма тауарҙар комплекттарын тапшырҙы. БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Иҫәргәкова йәмәғәт берләшмәләренең һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ауылда сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуҙағы роле хаҡында һөйләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе, “Айыҡ ауыл” конкурсының документтарын тикшереү буйынса эксперт комиссияһы етәксеһе Тәнзилә Ҡотлогилдина сығышында: “Айыҡ ауыл” конкурсы документтарын дөрөҫ тултырыу – еңеүгә табан аҙымдарҙың береһе”, – тип белдерҙе, шулай уҡ конкурста ҡатнашҡан ауылдарҙың документтарҙы тултырғанда ниндәй хаталар ебәреүе хаҡында ентекләп аңлатты.
Дүртөйлө район Советы секретары Венера Фәйзиева “Айыҡ ауыл” конкурсы барышында үҙҙәренең эш тәжрибәһенә нигеҙләнгән сәләмәт тормош рәүеше культы тураһында һөйләне. Хәйбуллалар конкурстың республика этабында һәр ваҡыт уңышлы сығыш яһай, шуға күрә лә ойоштороусылар сарала ҡатнашыусыларҙы уларҙың тәжрибәһе менән таныштырырға ҡарар иткән. Был район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтованың ғаилә һәм милли-мәҙәни ҡиммәттәрҙе үҫтереү маҡсатында алып барылған эшмәкәрлектәре тураһындағы видеоҙмалағы сығышы һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Тәжрибә уртаҡлашыу һәм фекер алышыуҙарҙан һуң VII “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашыусыларҙы, әүҙемселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.
Артабан иһә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты ағзалары, делегаттар, барлыҡ ҡунаҡтар, ошо уҡ көндә районда үткән “Ҡанатлы ат” республика фестивалендә ҡатнашып, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеүселәр һәм финалсылар парадында беренселәрҙән булып үтте. Ойоштороусылар белдереүенсә, “Айыҡ ауыл”дың парадта ҡатнашыуы ла – дүртөйлөләр индергән яңылыҡ.
Юлдаш ЙОСОПОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Ошондай матур “Ҡанатлы ат” фестивалендә беҙ “Айыҡ ауыл” республика конкурсының быйылғы сараһын тамамланыҡ. Дүртөйлөләр бик матур байрам ойошторҙо, бында төрлө райондарҙан килделәр. Әлбиттә, был беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы хәл. Артабан да “Айыҡ ауыл”да ошолай әүҙем ҡатнашырға, сәләмәт тормош алып барырға яҙһын. Берҙәм һәм бергә булайыҡ!
Риф ЙОСОПОВ, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы:
– Иң күңелле мәл – “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеүселәрҙе һәм унда ҡатнашыусыларҙы, шулай уҡ был проектҡа бар көсөн һалған әүҙемселәрҙе бүләкләү. Беҙҙең наградалар – ҙур хеҙмәт һөҙөмтәһе, әммә иң мөһиме – халҡыбыҙҙың иҫ киткес берҙәмлеге өлгөһө. Шуны тағы бер тапҡыр иҫбатланыҡ: уртаҡ именлек өсөн ҡарты ла, йәше лә берләшһә, барлыҡ бейеклектәргә өлгәшергә мөмкин. Беҙҙең район тап ошондай дуҫлыҡҡа, үҙ-ара ярҙам итеүгә һәм тыуған иленә ихлас һөйөүгә таяна. Дүртөйлөләребеҙ менән ғорурланам, беҙ яҡшы йәшәп кенә ҡалмайынса, уртаҡ һөҙөмтәгә ынтылып эшләй ҙә беләбеҙ. Ошондай уҡ рухта дауам итербеҙ!
Венера ФӘЙЗИЕВА, Дүртөйлө район Советы секретары:
– Беҙҙең райондың бренд сараһы булған “Ҡанатлы ат” фестивале барышында “Айыҡ ауыл”дың “Ныҡлы ғаилә – айыҡ ауыл – көслө Башҡортостан!” күсмә ултырышы үтте. Бөгөн был көнүҙәк йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Сарала дуҫтарыбыҙ, таныштарыбыҙ менән осраштыҡ, тәжрибә уртаҡлаштыҡ, яҡшы эштәребеҙҙе, шулай уҡ бер юлы үҙебеҙҙең матур байрамыбыҙҙы күрһәттек. Тыуған еребеҙ сәскә атһын, сәләмәт тормош рәүешен алып барыу буйынса ишеткән барлыҡ кәңәштәр тормошҡа ашһын, тип теләйбеҙ. Ауылдарыбыҙ үҫһен, нығынһын, демографик хәл яҡшырһын һәм ерҙә тыныслыҡ хакимлыҡ итһен!
Илдус ХӘМИЕВ, Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
– “Айыҡ ауыл” республика конкурсында Иҫке Байыш ауылы еңеүсе тип табылды. Республика Башлығы беҙгә еңеүсе дипломын һәм алты миллион һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Ауылдаштарыбыҙ өсөн бик шатбыҙ, сөнки был еңеүгә өлгәшеү өсөн күп көс һалдыҡ. Тәүге тапҡыр 2012 йылда “Айыҡ ауыл”да ҡатнашҡайныҡ, ул саҡта был проектҡа әлегеләй иғтибар булманы. Радий Хәбиров республика Башлығы булып эшләй башлағас, “Айыҡ ауыл” проекты яңы статус алды. Унда ҡатнашыу өсөн муниципаль этапты үтергә кәрәк. 2021 – 2022 йылдарҙа ҡатнаштыҡ, ә инде 2025 йылда ныҡлап тотоноп, район этабында еңеүгә өлгәшеп, республика кимәленә сыҡтыҡ. Ауылдаштарыбыҙ менән 500-гә яҡын төрлө сара үткәрҙек. Улар араһында “Алтын ҡулдар”, Фәррәх Дәүләтшин сәсәнгә бағышланған шиғырҙар конкурсы киң таралыу алды. Киләсәктә лә был проекттарҙы дауам итербеҙ, тип ышанабыҙ. Ә инде беҙгә тапшырылған алты миллион һум аҡсаны ауылдаштар, йәштәр, балалар ял итһен өсөн спорт һәм балалар майҙансығы эшләүгә тотонасаҡбыҙ.
Фотолар: Рәмилә МУСИНА һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән, социаль селтәрҙән.