

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә “Асы” шифаханаһы директоры Сергей Васильев сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, 2026 йылда Бөтә Рәсәй “Шифахана” форумында уларҙың шифаханаһы “МХО геройҙарын һәм уларҙың ғаилә ағзаларын комплекслы реабилитациялауҙың иң яҡшы практикаһы”, “Комплекслы һауыҡтырыу буйынса иң яҡшы шифахана”, “Иң яҡшы бальнеолечебница” һәм “Биләмәне биҙәү буйынса иң яҡшы шифахана” номинацияларында наградалар алған.
“Асы” шифаханаһы Белорет районында урынлашҡан һәм Рәсәйҙең иң яҡшы 100 һауыҡтырыу учреждениеһы иҫәбенә инә. Бында тире, ашҡаҙан-эсәк юлы, терәк-хәрәкәт аппараты, нервы системаһы, тын алыу һәм аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙарын дауалайҙар. Курорттың һыйҙырышлылығы – 274 кеше.
– Дауалау-диагностика ҡорамалдарын яңыртыуға айырыуса иғтибар бүләбеҙ – 33 миллион һумға яңы медицина аппараттары һатып алынды.
11 дауалау программаһы индерелә, психофизиологик тергеҙеү кабинеты асыла. Номер фондын һәм уға бәйле инфраструктураны, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәртипкә килтереүҙе дауам итәбеҙ, – тип билдәләне Сергей Васильев. – Ял итеү зонаһын әүҙем төҙөкләндерәбеҙ – арҡан паркы, заманса балалар уйын майҙансығы булдырҙыҡ, пейнтбол аренаһын төҙөй башланыҡ, роллер трассаһын һәм һаулыҡ һуҡмағын проектланыҡ. Шулай уҡ ял итеү зонаһы менән асыҡ бөтә миҙгел бассейны төҙөү, яңы категория килеүселәрҙе йәлеп итеү өсөн уңайлы глэмпингтар төҙөү планлаштырыла.
Эштең мөһим йүнәлештәре иҫәбендә – “Травмаларҙан һәм яраларҙан һуң реабилитация” һәм “Антистресс” программалары буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы тергеҙеү. Бөтәһе 1,5 мең яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары дауаланған.