

Һәр кем йәйҙе көтөп ала, әммә төрлө үҫемлектәр сәскәгә күмелгән быол осорҙоң һаулыҡҡа зыян килтереүе ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матурлыҡ, йәшеллек менән бергә улар аллергия сирҙәрен дә тарата. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Баш балалар аллергологы Юлиә Камил ҡыҙы Фәттәхованың әйтеүенсә, аллергия һөҙөмтәһендә ринит, конъюнктивит, хатта бронхит сирҙәре арта. Бигерәк тә елле, ҡоро, йылы көндәрҙә һауала үҫемлек һеркәләре күбәйә, тимәк, аллергия ла көсәйә. Ә һалҡын, дымлы көндәрҙә улар аҙыраҡ һәм ауырыуҙар үҙҙәрен яҡшыраҡ тоя, шуға күрә йәйге миҙгелгә алдан әҙерләнергә кәрәк, тип иҫәпләй.
Июлдә, мәҫәлән, аллергенлы әрем, алабута, кесерткән, арыш сәскә ата. Көньяҡ төбәктәрҙә айҙың икенсе яртыһында иң көслө аллергендарҙың береһе булған амброзия сәскә ата башлай. Ҡоро елле көндә үҫемлек һеркәләре алыҫ араларға еңел тарала, һөҙөмтәлә аллергия башланыу ихтималлығы арта. Башҡа климат зонаһына ваҡытлыса күсеү мөмкинлеге булмағанда, ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим, тип иҫкәртә табиптар.
Һәр сирҙән һаҡлагныу зарур. Аллергия ауырыуҙарына килгәндә, тәбиғәт ҡосағына, урман, дача, пикниктарға сығыуҙан тыйылып тороу, өйҙә һауаны таҙартыу системаһын булдырыу, тәҙрәләргә махсус селтәр элеү аллергиянан һаҡлаясаҡ. Урамдан инеү менән бит-күҙҙәрҙе, танауҙы физиологик иретмә менән йыуыу, кейемдәрҙе алыштырыу кәңәш ителә. Үҙегеҙҙә аллергия булыуын һиҙһәгеҙ, мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ. Аллерголог-иммунолог тикшереү үткәргәс, реакция тыуҙырыусы аллергендарҙы асыҡлап, тейешле препараттарҙы билдәләр һәм артабан көнкүреште ойоштороу буйынса тәҡдимдәре менән уртаҡлашыр.
Аллергия сирҙәренә быума йүтәл, ринит, анафилаксия, дарыу һәм аҙыҡ аллергияһы, бөжәктәр ағыуына аллергия, экзема, кесерткән биҙгәге ҡарай. Аллергия башланыуы нигеҙҙә кешенең дөйөм сәләмәтлек торошо менән бәйләнмәгән.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы статистикаһына ҡарағанда, тотош донъяла аллергиялы риниттан - йөҙәр миллион, ә быума йүтәлдән 300 миллион кеше ыҙалай. Был сирҙәр пациенттарҙың ғына түгел, ә уларҙың ғаилә ағзаларының да тормош сифатына һәм йәмғиәттең социаль-иҡтисади именлегенә насар йоғонто яһай.
Автор фотоһы.