Еләген дә, япрағын да йыйығыҙ!

Йәйҙең йәме - еләктә, тип юҡҡа әйтмәгәндәр.

Еләген дә, япрағын да йыйығыҙ!Еләген дә, япрағын да йыйығыҙ!
Еләген дә, япрағын да йыйығыҙ!

Ер еләге ҡайын еләгенән үҙенә башҡа тәме, татлыраҡ һәм сөсөрәк булыуы менән айырыла. Етмәһә, эрерәк тә. Һабағынан япраҡса менән өҙөлөп сыға. Шуға күрә уны ҡайһы бер төбәктәрҙә “шыртлаҡ еләк” тип атайҙар. Емештәре аҡһыл йөнтәҫерәк булғанға “йөнлө еләк” тип тә ебәрәләр. Инйәр-ҡатайҙар уны тупар тип атай, йыйғанда тупырлап төшөп торған өсөндөр. 

Еләкте таҙартыу мәшәҡәтле тойолһа ла, ул хуш еҫе, тәме менән ҡышҡыһын һәр табынды йәмләй. Ҡайһы саҡ төпһәһе менән дә ҡайнаталар, бик ҡупшы килеп сыҡмаһа ла, уның файҙаһы күберәк тип һанала. Күптәр еләкте таҙартылмаған килеш блендер менән генә туғып, шәкәрләп йә туңдырып ҡуя. Еләктең витаминдары шул килеш һаҡлана, ти улар.

Ер еләген халыҡ айырыуса яратып ҡуллана. Ул хуш еҫле, тәмле генә түгел, һанап бөткөһөҙ файҙалы ла. Аҙ ҡанлылыҡтан яфаланыусыларға ярҙамы ҙур. Бауыр, бөйөр, үпкә сирҙәренән ҡотҡара, ҡан баҫымын көйләй.

Еләкте ҡуҙағы менән ҡайнатҡанда, файҙаһы күберәк була. Айҙың тәүге яртыһында ер еләгенең сәскәһе менән япраҡ­тарын, ә аҙағында емешен йыялар.

Ер еләген тағы һейҙек ҡыуығында таш булғанда, подагра, склероз осрағында ҡулланалар. Ул ағза­ларҙан һаулыҡҡа зыян килтереүсе матдәләрҙе ҡыуа. Шуға ла ер еләгенән йәки япрағынан әҙер­ләнгән төнәтмәне һыуыҡ тейгәндә, юғары тән температураһы менән интеккәндә эсәләр. Дөйөм сәләмәтлекте нығытыу өсөн сәйгә лә кипкән еләк япраҡтарын һалып эсегеҙ. Ер еләге япрағынан әҙерләнгән һут йөрәк эшмәкәрлеген яйға һала, ҡан тамырҙарын киңәйтә.

Йөрәктең ҡан тамырҙарын нығытыр өсөн төнәтмә лә әҙерләйҙәр. Бының өсөн ике ҡалаҡ киптерелгән япраҡҡа ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, эмаль кәстрүлдә боҫ өҫтөндә 5 минут ҡайнатырға һәм артабан өс сәғәт төнәтергә кәрәк. Дауаны көнөнә 2-3 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. 

Ҡайнатмалар батшаһы

Йәй төҫөн һаҡлайыҡ тигән хужабикәләргә төп ҡайнатма – ер еләгенән. Уны ҡайнатмаларҙың батшаһы тип тә атайҙар. Ер еләгенән ҡайнатма былай эшләнә: бер килограмм ер еләге, бер килограмм шәкәр, ярты стакан һыу. Ер еләген таҙартырға. Сиропты алдан әҙерләп, шуның өҫтөнә еләк һалына. Емешкә сироп тулыһынса һеңеп бөтөргә тейеш. Ҡайнатма ныҡ талғын утта әҙерләнә. Әгәр еләк бик һутлы булһа, ҡайнатмаға һыу өҫтәмәҫкә лә мөмкин.Сиропты алдан әҙерләмәйем тиһәгеҙ, еләк менән шәкәрҙе бергә бутап, һалҡынса урында 10–12 сәғәт тоторға кәрәк.

Ер еләгенән – сәй

Ер еләгендә витаминдар (С, РР, В1, В2), минералдар (тимер, марганец) ифрат күп. Ашҡаҙан ауырыуҙарына ҡаршы еләктән сәй – бик яҡшы дауа. Шулай уҡ ул бөйөр ауыртҡанда ла ярҙам итә. Уның япрағынан сәй ҡайнатып эскәндә тамаҡ шеше ҡайта. Ауыҙҙы сайҡатып алырға ла була.

Эсемлек былай әҙерләнә: еләктең емешенән, япрағынан, тамырынан әҙерләнгән ҡатышмаға бер стакан ҡайнар ҡыу ҡойорға һәм биш минутҡа ултыртып торорға. Ер еләге сәйгә тәм һәм хуш еҫ бирә. Шуға күрә бындай эсемлек файҙалы ғына түгел, ә хуш еҫле һәм тәмле лә.

Ер еләгенән тағы ла бөйөрөктәр, еләк бәлеше, асығауыҙҙар, торттар бешерәләр, ҡаҡ эшләйҙәр.

Ә һеҙ ер еләген ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡлайһығыҙ? Комментарийҙарға яҙығыҙ әле.

Автор фотолары.

Еләген дә, япрағын да йыйығыҙ!
Еләген дә, япрағын да йыйығыҙ!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас