

Беҙ бәрәңгене, йәғни картуфты, бик ябай, әрһеҙ, сыҙамлы йәшелсә тип ҡабул иткәнбеҙ. Әммә 6-7 градустан да түбән температура уның өсөн хәүефле. Крахмалға бай бүлбеләр ябай шәкәргә, глюкозаға һәм мальтозаға тарҡала. Бәрәңгене ҡыҙҙырғанда уның тәме татлыға әүерелә, төҫө ҡарая. Бүлбеләр һыуһыл, тәмһеҙ һәм насар еҫле була бара.
Уны дөрөҫ һаҡлау ҡағиҙәләре ябай. Әгәр һеҙ уны запасҡа һатып алғанһығыҙ икән, яҡшыларын һайлап алып, тупраҡтан таҙартып, ҡағыҙ өҫтөнә йәйеп һалығыҙ. Ҡояш аҫтында тоторға ярамай, сөнки бүлбеләрҙә зарарлы сопанин туплана һәм улар йәшәрә башлай. Иң яҡшыһы, тын ала торған материалдан эшләнгән йәшниккә һалып, ҡараңғы урынға ҡуйығыҙ. Температура режимы мөгәрәптә лә 7-12 градус йылылыҡтан артмаһын. Бында ул биш ай тирәһе яҡшы һаҡланасаҡ.Ә бүлмәлә уны өс-дүрт аҙна ғына һаҡларға мөмкин.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.