Ата-әсә лә хаталана...

Балала ҡапыл аллергия башланһа, ни эшләргә? Нимә эшләргә ярамай?

Ата-әсә лә хаталана...Ата-әсә лә хаталана...
Ата-әсә лә хаталана...

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш балалар аллергологы Юлиә Фәттәхова аллергиянан ниндәй дарыуҙар ярҙамында ҡотолоп булыуы һәм ҡасан мотлаҡ ашығыс ярҙам саҡыртырға кәрәклеге хаҡында һөйләне.

Табиптар практикаһында аллергияның бер нисә төрө осрай. Балалар йыш ҡына аҙаҡ-түлек аллергияһынан яфалана. Осраҡтарҙың 90 процентында быға һыйыр һөтө, йомортҡа, арахис, сәтләүектәр, соя, бойҙай, балыҡ һәм диңгеҙ аҙыҡтары “ғәйепле”.

Икенсе урында – респиратор йәки тын алыу аллергияһы. Сәскә атыусы ағастар, үләндәр һеркәләре, йорттағы туҙан, туҙан талпаны, үңәҙ, йорт хайуандары йөнө сирҙең сәбәпсеһе булыуы ихтимал. Шулай уҡ һағыҙаҡ, бал ҡорто, серәкәй тешләүенә, дарыуҙарға киҫкен реакция башланыуы мөмкин. Аллергендың ниндәй булыуына ҡарап, сирҙең билдәләре лә төрлөсә була.

“Тән тиреһенең ҡыҙарыуы, ҡысытыуы, сабыртмалар менән ҡапланыуы ихтимал. Тын алыу системаһы яғынан – оҙайлы тымау, танау тоноуы, йыш сөскөрөү, танау һәм тамаҡ ҡысытыуы, ҡоро йүтәл, күҙҙәр яғынан – йәш килеү, күҙҙәрҙең ҡыҙарыуы, ҡысытыуы, ашҡаҙан-эсәк юлы яғынан – уҡшытыу, ҡоҫоу, эс китеүе йәки, киреһенсә, эс ҡатыуы, эс ауыртыуы кеүек билдәләр барлыҡҡа килә.

Иң хәүефлеһе – анафилаксия йәки Квинке шешенеүе (ирен, күҙҙәр һәм муйын ҡапыл шешенә, тын алыу ауырлаша, ҡан баҫымы түбәнәйә). Бындай хәл ашығыс ярҙам саҡыртыуҙы талап итә”, – ти Юлиә Фәттәхова.

Балала ҡапыл аллергия башланһа, ни эшләргә?

Баланы сәскә атыусы үләндәр эргәһенән ситкә алып китегеҙ, бит-ҡулдарын йыуығыҙ, дарыуҙар биреүегеҙҙе туҡтатығыҙ. Ауырыуҙың хәлен, сир билдәләрен баһалағыҙ. Нисек тын ала, ирен һәм күҙҙәре шешенмәгәнме – тикшерегеҙ. Әгәр аллергия  реакцияһы еңел булһа, тән тиреһе сабыртмалар менән ҡапланһа, ҡысындырһа, антигистаминлы дарыуҙар бирегеҙ. Препарат табиптың кәңәше буйынса баланың йәшенә ҡарап билдәләнә.

Ҡайһы саҡта ата-әсә хәлде дөрөҫ баһалай алмай һәм ашығыс ярҙам саҡыртырға ашыҡмай. Бала ауыр тын алһа, тыны ҡыҫылһа, хырылдаһа, туҡтауһыҙ йүтәлләһә кисекмәҫтән ашығыс ярҙам саҡыртырға кәрәк. Ирендәр, тел, күҙ ҡабаҡтары, муйын бик тиҙ шешенә. Бала хәлһеҙләнә, аңын юғалтыуы мөмкин, йөҙө ағарына, ирен эргәләре күгәрә, ҡоҫа.

Анафилаксия билдәләрен күреү менән ашығыс ярҙам саҡыртығыҙ. Диспетчерға асыҡ итеп “анафилаксия” тип әйтергә кәрәк. Баланы арҡаһына һалығыҙ, аяҡтарын күтәрегеҙ. Ҡоҫҡанда ҡырын һалығыҙ, эргәһенән китмәгеҙ.

Ата-әсәгә нимә эшләргә ярамай? Аңын йәки йота алыу һәләтен юғалтҡан балаға бер ниндәй дарыу төймәһе бирмәгеҙ, тонсоғоуы мөмкин. Һәр ғаиләнең өйөндә икенсе быуын антигистамин препараты булыуы мотлаҡ. Анафилаксия хәүефенә эйә балалар өсөн  шприц- ручка рәүешендәге адреналин (эпинефрин) булыуы мөһим.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоэтюды.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас