Башҡортостанда дистанцион күҙәтеү системаһы индерелде

Проекттың төп маҡсаттары: медицина ярҙамының сифатын һәм файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу (айырыуса  төпкөл райондарҙа йәшәүсе пациенттар өсөн), граждандарҙың үлем осраҡтарын кәметеү һәм ғүмер  оҙайлығын арттырыу, шулай уҡ ваҡытында өҙлөгөүҙәрҙе асыҡлау, терапияны контролдә тотоу.

Башҡортостанда дистанцион күҙәтеү системаһы индерелдеБашҡортостанда дистанцион күҙәтеү системаһы индерелде
Башҡортостанда дистанцион күҙәтеү системаһы индерелде

Артериаль гипертензияға дусар пациенттар өсөн Башҡортостанда дистанцион күҙәтеү системаһы индерелде. Был башланғыс “Сәләмәтлек контролдә: өйҙән сыҡҡанға ҡәҙәр ҡан баҫымыңды үлсә!” мәғлүмәт кампанияһының бер өлөшө булып тора һәм “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Проекттың төп маҡсаттары: медицина ярҙамының сифатын һәм файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу (айырыуса  төпкөл райондарҙа йәшәүсе пациенттар өсөн), граждандарҙың үлем осраҡтарын кәметеү һәм ғүмер  оҙайлығын арттырыу, шулай уҡ ваҡытында өҙлөгөүҙәрҙе асыҡлау, терапияны контролдә тотоу.

Медицина учреждениеларында яуаплы кешеләр билдәләнгән, ә бөтә мәғлүмәттәр Республика мәғлүмәт-аналитика системаһында туплана. Пациенттар системаға раҫланған критерийҙар  һәм ирекле ризалыҡ нигеҙендә индерелә.  Сәләмәтлекте һаҡлауға йүнәлтелгән яңылыҡтың һөҙөмтәле булыуына ышаныс бар.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоэтюды.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас