Үҙенсәлекле фестиваль үтәсәк

Сарала ҡатнашыу өсөн domorphans@yandex.ru электрон почтаһы буйынса алдан ғариза бирергә кәрәк. Шулай уҡ “Бәйләнештә” төркөмөндә сараның онлайн-трансляцияһы ойоштороласаҡ.

Үҙенсәлекле фестиваль үтәсәкҮҙенсәлекле фестиваль үтәсәк
Үҙенсәлекле фестиваль үтәсәк

17-18 июлдә Өфөлә һирәк (орфан) сирле кешеләр менән “Һирәк Эҫе” (“Редкая Жара”) социаль теләктәшлек фестивале үткәрелә. Унда белгестәр, пациенттар һәм уларҙың ғаиләләре йыйыласаҡ. Сара туғыҙынсы тапҡыр ойошторола. Был мөһим ваҡиға дәүләт, медицина йәмәғәтселеге, орфан сирҙәр менән осрашҡан граждандар өсөн үҙенсәлекле мөмкинлеккә әүереләсәк. Медицина ярҙамынан файҙалана алыу, дарыуҙар менән тәьмин ителеш, медицина-социаль экспертиза һәм реабилитациялау мәсьәләләре ҡараласаҡ.

Беренсе көндә “Hills Garden” отелендә “Заманса пациент мәктәбе. Беләм. Ҡулланам” сараһы  ойошторола. Сессияла ҡатнашыусыларға психологик ярҙам һәм һирәк осраған диагноз ваҡытында үҫеш мәсьәләләре ҡараласаҡ. Инновациялы препараттарҙы файҙаланыу һәм фармацевтика бизнесының социаль яуаплылығы роле тураһында һүҙ барасаҡ. Сара барышында ойошторолған “Әйҙә пациенттар һөйләһен” дискуссия клубында асыҡ диалог ойоштороласаҡ.

13 – 14 сәғәттә үткәреләсәк “Һирәк ҡабул итеү”ҙә терапевт, педиатр, генетик, офтальмолог кәңәштәрен бушлай алыу, медицина-социаль экспертиза үҙенсәлектәрен белеү мөмкин. 13 сәғәт 30 минутта “Һирәк табип практикумы” үткәреләсәк. Унда орфан сирҙәр менән шөғөлләнеүсе медицина хеҙмәткәрҙәрен тыңлау мөмкинлеге бар.

Сарала ҡатнашыу өсөн domorphans@yandex.ru электрон почтаһы буйынса алдан ғариза бирергә кәрәк. Шулай уҡ “Бәйләнештә” төркөмөндә сараның онлайн-трансляцияһы ойоштороласаҡ.

Фестивалдең икенсе көнө музыкаль-мәғлүмәти сараға арналасаҡ. Ул 15 сәғәттә башлана. Сараны медицина фәндәре докторы, профессор Андрей Продеус алып барасаҡ. Шуныһы үҙенсәлекле: фестивалгә бушлай инергә була.

Фестиваль тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәтте redkayazhara.ru рәсми сайтынан белергә мөмкин.

0+

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас