Яланаяҡ йөрөп ҡалығыҙ

Былай йөрөү мейе эшмәкәрлеген 20 процентҡа яҡшырта икәнен белә инегеҙме? Табан һиҙгерлек буйынса телдән һуң икенсе урында тора, баҡтиһәң. Ә кеше уны ярты тәүлектән ашыуға аяҡ кейеме эсенә тығып ҡуя...

Яланаяҡ йөрөп ҡалығыҙЯланаяҡ йөрөп ҡалығыҙ
Яланаяҡ йөрөп ҡалығыҙ

Яланаяҡ йөрөү мейе эшмәкәрлеген 20 процентҡа яҡшырта икәнен белә инегеҙме? Ни өсөн тигәндә, табанда 200 меңләп нервы осо (күҙәнәге менән бутамаҫҡа) бар икән. Ә уста, мәҫәлән, улар өс тапҡырға аҙыраҡ. Табан һиҙгерлек буйынса телдән һуң икенсе урында тора, баҡтиһәң. Ә кеше уны ярты тәүлектән ашыуға аяҡ кейеме эсенә тығып ҡуя...

Мюнхен университеты ғалимдары тәжрибә ярҙамында шуны асыҡлаған: көнөнә бер сәғәт кенә булһа ла яланаяҡ йөрөгән кешенең баланс, координация, образ һәм предметтар аша фекерләү ҡеүәһе 18–23 процентҡа артығыраҡ икән.

Быны ябай итеп аңлатырға мөмкин: яланаяҡ ҡайҙалыр баҫҡан һайын, әҙәм мейеһенә был урын өҫтөнөң төҙөлөшө, температураһы, баҫымы, хатта ауышлығы тураһында меңәрләгән сигнал китә. Ә аяҡ кейеме был сигналдарҙы тотҡарлай. Тимәк, мейенең һиҙгерлек аша алған мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә бәйле өлөштәре яйлап һүрелә.

Өлкән йәштә деменцияны иҫкәртеү өсөн дә яланаяҡ күберәк йөрөү файҙалы, сөнки был мейенең хәтер өсөн яуаплы өлөшөн стимуллаштыра, тип асыҡлай белгестәр. Ер менән тура бәйләнеш организмдағы ялҡынһыныуҙы кәметә. Был бер ниндәй ҙә мистика йә эзотерика түгел, ә физика законы.

Ауылда, тәбиғәткә яҡын йәшәгән кеше өсөн ҡайҙа яланаяҡ йөрөргә, тип уйлайһы юҡ. Ә бына ҡала халҡына өйҙә булһа ла яланаяҡ йөрөргә тырышырға, паркта булған саҡты файҙаланырға кәрәк. Спорт залдарында ла физик күнекмәләргә ныҡлап тотонор алдынан эшләгән күнегеүҙәрҙе яланаяҡ башҡарырға була.

Аяҡтар – ул әҙәм балаһы организмының антенналары, тип сағыштыра ғалимдар. Сигналды баҫырға ярамай. Йәмле йәйҙә күпереп торған үләндә яланаяҡ йөрөп ҡалырға ашығығыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас