

Был ғәжәп хәл тураһында Әнисә Баҡаева хәбәр иткән. Ул шайтан таяғынан яһалған төнәтмә эсереп, иренең полибын бөтөргән.
"Йәмәғәт! Онотоп торам, шайтан таяғының сәскәләрен йыйырға өлгөрөгөҙ. Шул сәскәләрҙе һәйбәт көмөшкә, спиртҡа һалып, төнәтмә яһағыҙ. Ҡайҙа полип бар, шуны юҡ итә, һыналған.
Минең бабайыма февралдә колоноскопия эшләп, эсәгендә ике полип - 0,9 һәм 0,8 миллиметр ҙурлыҡта - тапҡайнылар. Шуны алдыртырға ҡуштылар. Ҡабаттан операцияға барҙыҡ. Колоноскопия эшләй башланылар. 10 минуттан табип бабайымды эйәртеп килеп сыҡты ла: "Ҡайҙа ҡуйҙығыҙ полипты?" - тине.
"Шайтан таяғы эсергәйнем. Шул өҙөп ташлағандыр", - тинем. Көлдөләр ҙә, уның эсәктәре йәш баланыҡы кеүек таҙарған бит тип, рецепты һорап алдылар.
Төнәтмә былай эшләнә: сәскәләрен бер банкаға тыңҡыслап тултыраһың да, көмөшкә йә медицина спирты ҡойоп, ултыртаһың. Көн эсендә бер аҙ кәмей, шуға күрә, ныҡ ҡына баҫҡылап, тағы спирт өҫтәргә лә һауытты шкаф кеүек ҡараңғы урынға ҡуйырға.
14 көн төнәтеп тоторға. Шунан үләнен һығып алып, икенсе шешәгә бушатырға ла эсә башларға. Бер литрлы һауыт икән - шуны бөткәнсе эсәһең.
Иртән - бер аш ҡалағы, кис - бер аш ҡалағы. Кемгә рулгә ултырырға, кистән бер тапҡыр, әммә берәгәй итеп эсергә. Минең бабайым шулай бер ай буйы бер тапҡыр, кис ашағандан һуң эсте", - тип яҙа ул.
Р. Хызырова фотоһы.
Сығанаҡ: https://vk.ru/im/convo/166873706?entrypoint=list_all&w=wall-173566611_352686