Ни өсөн табиптарға ялыуҙар арта?

Кәңәшмә барышында ике аныҡ сетерекле осраҡ ҡаралды. Тәүгеһендә йәш әсә... 

Ни өсөн табиптарға ялыуҙар арта?Ни өсөн табиптарға ялыуҙар арта?
Ни өсөн табиптарға ялыуҙар арта?

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, “Инцидент менеджмент” системаһына мөрәжәғәттәр һаны буйынса һаулыҡ һаҡлау өлкәһе дүртенсе баҫҡысты биләй. (Тәүгеләр рәтендә – төҙөкләндереү, юлдар һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ).

Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, аҡ халатлыларға ҡарата мөрәжәғәттәр һаны 195 осраҡҡа артҡан. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская хәбәр итте.

Кәңәшмә барышында ике аныҡ сетерекле осраҡ ҡаралды. Тәүгеһендә йәш әсә 3-сө Өфө балалар стоматология поликлиникаһына сиратҡа яҙылып та, балаһына кәрәкле корректировка пластинаһын йылдан ашыу көтөргә мәжбүр булыуы хаҡында хәбәр иткән. Икенсе осраҡта Благовещен үҙәк район дауаханаһында 95 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына медицина тикшереүе үткәреү йәһәтенән етешһеҙлеккә юл ҡуйылған. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, ике осраҡ буйынса ла тикшереү үткәрелгән, ғәйеплеләргә дисциплинар иҫкәртеү яһалған.

Системалы проблемаларҙы хәл итеү өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Иғтибар үҙәгендә” тигән проект башлап ебәргән.

Ә инде ялыуҙар һанының артыуы инсулин менән тәьмин итеүҙә барлыҡҡа килгән проблемаларға бәйле тип аңлаттылар.  

“Бында хәл бер нисәгә нәмәгә бәйле. Аҙна һайын ҡабатланып торған системалы мәсьәләләр бар. Шуға өҫтәп, этика, деонтология – уҙған аҙнала быға ҡағылышлы айырым реакция булды. Беҙ әлеге ваҡытта тап урындарҙағы проблемаларҙы асыҡлайбыҙ” - тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин.

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ялыуҙарҙы ентекле классификацияларға һәм мөрәжәғәттәргә ҡарата тулы анализ эшләргә ҡушты.

Бынан алдағы оперативкала республика Башлығы Социаль коммуникациялар буйынса идаралыҡҡа аҙна һайын медицина хеҙмәткәрҙәренең эш сифатына ҡағылышлы мәғлүмәт әҙерләргә ҡушҡайны.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас