Пәйғәмбәр тырнағы яман шештән дә һаҡлай

Баҡсалағы сағыу сәскәнең көсө хайран ҡалмалы. Унан яһалған шифалы рецептар - яҙмала.

Пәйғәмбәр тырнағы яман шештән дә һаҡлайПәйғәмбәр тырнағы яман шештән дә һаҡлай
Пәйғәмбәр тырнағы яман шештән дә һаҡлай

Баҡсаларҙа күҙҙең яуын алып ултырған календула (пәйғәмбәр тырнағы) сәскәһе ифрат файҙалы икәнлеген беләһегеҙме?

Календула нервыны тынысландыра, йөрәк эшмәкәрлеген көсәйтә, бәүелде ҡыуа, ҡанды таҙарта. Бауыр, ашҡаҙан сирҙәрен дауалауҙа кәңәш ителә. Яман шеш осрағында тигеҙ өлөштәрҙә алынған пәйғәмбәр тырнағы сәскәһе менән меңъяпраҡ үләне төнәтмәһе ярҙам итә.

Ике балғалаҡ календула сәскәһенә 400 миллиграмм ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут тоталар. Һөҙәләр. Был шифа бауыр, ашҡаҙандың асыҡ яраһы, гастрит, рахит һәм тире ауырыуҙарында тәҡдим ителә. Дауаны көнөнә дүрт тапҡыр 100-әр миллиграмм эсергә.

Мин уны тамаҡ шешкәндә файҙаланам, файҙаһы ҙур. Шулай ҙа табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас