Йырсы Ирек Ноғоманов бәләгә тарыған

"Бер дуҫым бар" тигән матур йырҙы башҡарған Ирек Ноғоманов бөгөн үҙе ярҙамға мохтаж. Был турала музыкант, композитор Ғәлинур Юламанов яҙып сыҡҡан. 

Йырсы Ирек Ноғоманов бәләгә тарығанЙырсы Ирек Ноғоманов бәләгә тарыған
Йырсы Ирек Ноғоманов бәләгә тарыған

Музыкант, йырсы, композитор Ғәлинур Юламанов үҙенең сәхифәһендә яҙма ҡалдырған.

"Яратҡан йырсыбыҙ Ирек Шамил улы Ноғоманов бөгөн беҙҙең ярҙамға мохтаж.

Белеүегеҙсә, ул инсульт кисерҙе һәм ике операция яһатты. Хәҙер Өфөләге Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ята. Табиптарҙың тырышлығы арҡаһында уның хәле тотороҡло, үҙ аңында, әммә ике ауыр операциянан һуң оҙайлы һәм етди реабилитация талап ителә.

Ирек Ноғоманов - үҙенсәлекле тауышлы артист ҡына түгел, ул беҙгә "Һалдар аға", "Ишкәксе йыры" һәм классикаға әйләнгән башҡа яратҡан хиттар бүләк иткән кеше. Ул һәр ваҡыт тамашасы өсөн йәнен-тәнен биреп йырлай, залды энергияһы менән тултыра.

Хәҙер ул беҙҙең ярҙамға мохтаж. Терелеп, ижады менән беҙҙе шатландыра алһын өсөн сифатлы реабилитация кәрәк. Беҙ ситтә ҡала алмайбыҙ. Бергәләп уға аяҡҡа баҫырға ярҙам итәсәкбеҙ!" - тип яҙҙы ул.

Ысынлап та, "Бер дуҫым бар" тип йырлаған артисҡа ярҙамға килер дуҫтары күп булыр тип ышанайыҡ. Ирек Шамил улы һауығып ҡына китһен!

Бер дуҫым бар...

Бер дуҫым бар бала саҡтан бергә үҫкән,
Уның менән мәктәп йылы гөрләп үткән.
Бер дуҫым бар хеҙмәт юлын йәнәш үткән,
Бер дуҫым бар көн дә хәлде белеп киткән.

Бер дуҫым бар дин әһеле булып киткән,
Бер дуҫым бар мал үрсетеп донъя көткән,
Бер дуҫым бар матур йырҙар ижад иткән,
Бер дуҫым бар яҡты йондоҙ булып киткән.

Һэ-э-эй, дуҫым, дуҫым, һағынаңмы, һағынаңмы һин мине?
Һэ-э-эй, дуҫым, дуҫым, һағынам бит, һағынам бит мин дә һине.

Бер дуҫым бар баҫыуҙарҙа иген урған,
Бер дуҫым бар юғарыла түрә булған,
Бер дуҫым бар утты-һыуҙы бергә уҙған,
Ауырлыҡтар килһә ярҙам ҡулы һуҙған.

Бер дуҫым бар сирлеләрҙе кеше иткән,
Бер дуҫым бар сит илдәрҙә ғүмер иткән,
Бер дуҫым бар Себерҙәргә сығып киткән,
Бер дуҫым бар яу ҡырында ҡанын түккән.

Һэ-э-эй дуҫым, дуҫым, һағындыңмы, һағындыңмы һин мине?
Һэ-э-эй дуҫым, дуҫым, һағындым бит, һағындым бит мин дә һине.

Бер дуҫҡайым туғанымдай булған ине,
Һәр көн һайын хәлдәремде һорай ине,
Ул дуҫҡайым мәңге ҡайтмаҫ ергә китте,
Ҡыйын миңә, күңел тула, түҙәм инде.

Аллам, айырмасы ҡалған дуҫтарымдан,
Тормош юлым бергә үтһен улар менән,
Ҡайғыларҙы, шатлыҡтарҙы уртаҡлашып,
Йәшәйемсе дуҫтар менән аралашып.

Һэ-э-эй, дуҫым, дуҫым, һағынаңмы, һағынаңмы һин мине?
Һэ-э-эй, дуҫым, дуҫым, һағындым бит, һағындым бит мин дә һине.

 

Фото: И. Ноғомановтың шәхси архивынан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас