99 йәшлек Фатима әбей күҙлек кеймәй: ул күҙен бал менән йыуа

Кис менән бер балғалаҡ балды йылыта, иретә һәм стаканға һала. Унан...

99 йәшлек Фатима әбей күҙлек кеймәй: ул күҙен бал менән йыуа99 йәшлек Фатима әбей күҙлек кеймәй: ул күҙен бал менән йыуа
99 йәшлек Фатима әбей күҙлек кеймәй: ул күҙен бал менән йыуа

Мәскәүҙә йәшәгән Фатима Фәхретдинова, күҙлек кейгәнем юҡ, ти. Ул күҙен бал менән йыуғас, күҙе асыла, яҡшыраҡ күрә башлай икән. 

Кис менән бер балғалаҡ балды йылыта, иретә һәм стаканға һала. Ҡулын яҡшы итеп йыуа, артынса одеколон (спирт) менән яҡшылап һөртөп ҡуя. Стаканды ҡайнар һыуға тығып ала ла бармаҡтары менән балды алып күҙенә һылай. Өҫтөнә таҙа аҡ сепрәк яба һәм ятып тора. Ҡайһы саҡта йоҡлап та китә.

Аҙаҡ торғас, күҙен асмайынса ғына йыуыныу бүлмәһенә бара ла йылы һыу менән йыуына. Шунан һуң уҡып ҡарайым, күҙ асыла, яҡшыраҡ күрә башлай, ти ул. 

ИҒТИБАР! Кемдә балға аллергия бар, улай эшләргә ярамай. Халыҡ дауаһы халыҡ дауаһы менән, ләкин тәүҙә табип менән кәңәшләшергә кәрәк икәнен онотмайыҡ. 

 

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас