Шәкәр диабеты артҡан

Төп сәбәбе йөрәк-ҡан системаһын зарарлаусы өҙлөгөүҙәр менән бәйле. Шуның менән бергә кома, диабетик гангрена кеүек киҫкен өҙлөгөүҙәрҙән үлем осраҡтары   кәмегән.

Шәкәр диабеты артҡанШәкәр диабеты артҡан
Шәкәр диабеты артҡан

Башҡортостанда 2025 йылда эндокрин системаһы сирҙәренән үлем осраҡтары  һигеҙ процентҡа артҡан.  Быны “Шәкәр диабеты менән көрәш” төбәк программаһы мәғлүмәттәре күрһәтә. Башҡортостан Хөкүмәте уға үҙгәрештәр индерҙе. Документ Башҡортостан хоҡуҡи мәғлүмәт порталына ҡуйылған.

Эндокрин системаһы сирҙәренән үлем осраҡтары структураһында шәкәр диабеты төп урынды алып тора.  Мәҫәлән, былтыр, был сир ҡорбандары өлөшө 87 процент тәшкил итте. Төп сәбәптәре йөрәк-ҡан системаһын зарарлаусы өҙлөгөүҙәр менән бәйле. Шуның менән бергә кома, диабетик гангрена кеүек киҫкен өҙлөгөүҙәрҙән үлем кәмене.

Һуңғы биш йылда шәкәр диабетынан балаларҙың үлем осраҡтары күҙәтелмәне. Шулай ҙа сирҙең дөйөм үҫеше донъялағы тенденцияға ярашлы, барыһынан да элек 2-се типтағы шәкәр диабеты иҫәбенә, артыуын дауам итә. Тәүге тапҡыр  асыҡланған диагноздар артыуы халыҡты диспансерлаштырыу күҙәтеүенә киң йәлеп итеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.

Фото: Уфа сити сайтынан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас