Ниндәй үләнде йә дарыуҙы эскәс ҡояшҡа сығырға ярамай?

Ҡайһы бер дарыуҙарҙы эскәс, тире ҡояш нурҙарына айырыуса һиҙгерләнә: ул яна, ҡуҙғый, таптар барлыҡҡа килә, аллергия башлана. Дарыу төймәләренән дә, үлән төнәтмәләренән дә шулай булыуы мөмкин. Әлеге эҫе көндәрҙә быны айырыуса белеп ҡуйыр кәрәк.

Ниндәй үләнде йә дарыуҙы эскәс ҡояшҡа сығырға ярамай?Ниндәй үләнде йә дарыуҙы эскәс ҡояшҡа сығырға ярамай?
Ниндәй үләнде йә дарыуҙы эскәс ҡояшҡа сығырға ярамай?

Ҡайһы бер дарыуҙарҙы эскәс тиренең ультрафиолет нурланышҡа һиҙгерлеге арта. Ҡояш тәьҫирендә айырым препараттар химик реакцияға инә, тире күҙәнәктәренә зыян килә.

Антибиотиктарҙан - доксициклин, тетрациклин, ципрофлоксацин, офлоксацин, бисептол, сульфаметоксазол - ҡояшта тән бешә, таптар, ҡысыу барлыҡҡа килә.

Бәшмәккә ҡаршы сараларҙы - гризеофульвин, тербинафин - оҙайлы эскәндә ҡояштан һаҡланырға кәрәк.

НПВС (ялһыныуға ҡаршы стероид булмаған препараттар) - кетопрофен, ибупрофен, напроксен, айырыуса кетопрофен-гель ҡояш радиацияһын тарта, һеңдерә.

Бәүел ҡыуыусы һәм ҡан баҫымын төшөрөүсе дарыуҙар - гидрохлоротиазид, амилорид, амлодипин - оҙаҡ эскәндә ҡояшта һирәк, әммә көслө реакция тыуҙырыуы бар.

Витамин А-ға оҡшаш ретиноидтар - изотретиноин, ацитретин - тиренең УФ-нурланышҡа һиҙгерлеген арттыра, тән бешеүе хәүефе арта.

Шештәргә ҡаршы, иммунитет күтәреүсе препараттар - метотрексат, 5-фторурацил, сорафениб, вемурафениб
азатиоприн - болотло көндә лә нурланышҡа һиҙгерлекте арттыра.

Антидепрессанттар, психотроп матдәләр - амитриптилин, хлорпромазин - эскәс тә ҡояшта йөрөү ярамай. Тәбиғәт үләндәренән һары мәтрүшкә - ҡояш нурҙарын иң көслө үткәреүсе.

Дарыуға ҡулланманы иғтибар менән уҡығыҙ: әгәр өҫтәмә тәьҫирҙәр араһында фотоһиҙгерлек көсәйеүе хаҡында йәки "УФ-нурланыштан һаҡланығыҙ" тигән яҙыу булһа, ҡояшта оҙаҡ булмағыҙ, SPF (50+) ҡояштан һаҡлау сараларын, оҙон еңле кейем, эшләпә, ҡара күҙлек кейегеҙ.

 

И. Ҡудашева фотоһы. 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас