Килегеҙ, күрегеҙ һәм ауыҙ итегеҙ

Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы Кулинарҙар, рестораторҙар, отельерҙар ассоциацияһы менән берлектә ҡунаҡтар өсөн туҡланыу зонаһы әҙерләгән.

Килегеҙ, күрегеҙ һәм ауыҙ итегеҙКилегеҙ, күрегеҙ һәм ауыҙ итегеҙ
Килегеҙ, күрегеҙ һәм ауыҙ итегеҙ

Бөгөн Өфөләге “Ҡашҡаҙан” паркында “Рәхәттә” халыҡ-ара сәләмәтлек һәм туризм фестивале бара.

Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы менән берлектә ҡунаҡтар өсөн туҡланыу зонаһын әҙерләгән. Ул парктың үҙәгендә урынлашҡан. Бында бауырһаҡ, урам фастфудын, былау һәм башҡа аҙыҡ-түлекте ауыҙ итергә мөмкин. Тағы ҡымыҙ, лимонад, морс, мунса өсөн махсус эсемлек бар.

Ҡунаҡтар республика брендтары менән таныша һәм башҡорт, рус, Көнсығыш кухняһын төрлөлөгөн күрә.

Сығанаҡ: БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.

Айһылыу Низамова фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас