

Хәтерҙең тарҡалыуы олоғайыу ғәләмәтеме, әллә етди сир билдәһеме? Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгес-неврологы Мансур Ҡотлобаев ошо һорауға яуап бирҙе. Эксперттың әйтеүенсә, деменцияның мәкере иртә стадияла ҡайһы бер үҙенсәлекле билдәләрҙә сағыла, тик беҙ уны йыш ҡына баһаламайбыҙ.
Кеше иғтибарһыҙлығы арҡаһында йыш онотоусан. Деменция осрағында мәғлүмәттәр хәтерҙән эҙһеҙ юғала: пациент фактты иҫкә төшөрә алмау менән бергә был хаҡта нимәлер хәбәр итеүҙәрен дә иҫләмәй. Хәтеренә төшөрөргә тырышып, һорауҙар биреү ҙә ярҙам итмәй. Белгестең әйтеүенсә, был бик хәүефле билдә мәғлүмәтте кодлау процесының боҙолоуына ишара. Шулай уҡ хәтер юғалыуын башҡа хәүефле билдәләрҙең дә сағылдырыуы ихтимал.
Мәҫәлән, кешенең киңлектә йүнәлеште юғалтыуы ихтимал. Тирә-яҡты яҡшы белгән, был урында йыш булған осраҡта ла, билдәһеҙлектән юғалып, баҙап ҡала.
Деменцияның икенсе билдәһе – агнозия. Ауырыу оҙаҡ йылдар белгән танышын танымай йәки башҡалар менән бутай.
Деменция осрағында телмәр боҙолоуы башлана. Кеше һүҙҙәр һайлағанда ҡыйынһына, ябай ғына фекерҙе әйтеп еткерә алмай. Телмәре ярлылана.
Тәртибендә һәм психикаһында үҙгәрештәр һиҙелә. Йәшәүгә ҡыҙыҡһыныуы кәмей, төшөнкөлөккә бирелә. Ауырыуҙың ҡуҙғыусанлығы, агрессияһы, үҙ-үҙен контролләмәүе, ярһыусанлығы һиҙелә.
Невролог һәр кемде яҡын кешеләренә иғтибарлы булырға саҡыра. Үрҙә әйтелгән билдәләрҙең бер нисәһенең генә лә хәтер юғалыуы менән бергә барыуы белгескә тиҙерәк күренеү кәрәклеген иҫкәртә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.