“Рәхәттә” фестивалендә мөһим документҡа ҡул ҡуйылды

Бында килеү өсөн ниндәй сәбәптәр бар?

“Рәхәттә” фестивалендә мөһим документҡа ҡул ҡуйылды“Рәхәттә” фестивалендә мөһим документҡа ҡул ҡуйылды
“Рәхәттә” фестивалендә мөһим документҡа ҡул ҡуйылды

Өфөләге “Ҡашҡаҙан” паркында “Рәхәттә” сәләмәтлек һәм туризм фестивален асыу тантанаһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов, эксперттар һәм башҡалар ҡатнашты. Сара барышында дүрт яҡлы килешеү төҙөлдө. Евразия мунса федерацияһы рәйесе Кристина Бугрова (Өфө), “ТЭОС” туризм һәм экскурсиялар ойошмалары һәм белгестәре ассоциацияһы президенты Владимир Кригер (Санкт-Петербург), Милли мунсалар ойошмаһы берекмәһе президенты Наталья Маслова (Мәскәү) һәм Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан халҡы өсөн ике көн дауамында “Рәхәттә” халыҡ-ара сәләмәтлек һәм туризм форумы сиктәрендә мунса ҡаласығы эшләйәсәк. Бөтә Рәсәйҙән 30-лап алдынғы мобиль мунса, мейес, чан һәм һипмә ҡоролмалар етештереүселәр эҫе мунса яратыусыларҙы йыя. Киң асыҡ майҙансыҡтағы күп кеше һыймалы тултырылған йәмәғәт мунсаһында парҙа сабынып буласаҡ. Бөтә Рәсәйҙән саҡырылған сабыныу оҫталары балаларҙы сабындырыу, хуш еҫтәр менән боҫландырыу серҙәрен акса, этник һәм халыҡ ысулдарын күрһәтә.

Форумда сатырҙағы мунсаларҙы, чемпион мунсаларын, палатка-мунса, бура мунса, сатыр-мунса, мангал-мейестәрен, чандар, мунса өсөн майҙар, һыуыҡ бүлмәләр һәм башҡаларҙы күрергә мөмкин.

Мунса оҫталығы буйынса чемпионаттар - форумдың төп ваҡиғаһы. 25 июлдә “Рәхәттә-2026” коллектив сабыныу буйынса Рәсәй чемпионаты финалы үтә.

Шулай итеп, “Рәхәттә”гә килеү өсөн түбәндәге сәбәптәр бар:

  • Боҫ сәнғәте мунса йолалары яңы кимәлдә күрһәтелә. “Рәхәттә”ге һәр сеанс – ысын мөғжизә. Мунса оҫталарының һәр ғәмәле, сихри боҫ, музыка мөхите һәм ҡабатланмаҫ урын барыһын да үҙенә йәлеп итер.
  • Гастрономия сәйәхәте: ҡунаҡтарҙы сәләмәт меню, төрлө десерт эсемлектәр, аш-һыу көтә.
  • "Ҡашҡаҙан" паркы ғәжәйеп урынға әүереләсәк: фотозоналар, матур аллеялар, ял итеү өсөн маршруттар. Фото төшөп социаль селтәргә һалыусылар өсөн дә бик шәп буласаҡ.
  • Дуҫтар менән матур ял итеү өсөн “Ҡашҡаҙан” - бик матур урын. Конкурстар, мауыҡтырғыс лекциялар, спорт ярыштары, оҫталыҡ дәрестәре, усаҡ эргәһендә ултырыу – үҙе бер ғүмер!
  • “Рәхәттә” – ғаилә менән бергәләп буш ваҡытты үткәреү урыны ла. Бында балаларға ла, өлкәндәргә лә бик ҡыҙыҡ буласаҡ.

Әгәр һеҙгә бер көн генә ял етмәй икән, фестиваль биләмәһендә палаткалар майҙансығы буласаҡ. Палатканы үҙегеҙ менән алып килергә йәки ҡуртымға алып торорға мөмкин.

Шулай итеп, 25-26 июлдә баш ҡалалағы “Ҡашҡаҙан” паркы һеҙҙе көтә.

Айһылыу Низамова фотолары.

“Рәхәттә” фестивалендә мөһим документҡа ҡул ҡуйылды
“Рәхәттә” фестивалендә мөһим документҡа ҡул ҡуйылды
“Рәхәттә” фестивалендә мөһим документҡа ҡул ҡуйылды
“Рәхәттә” фестивалендә мөһим документҡа ҡул ҡуйылды
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас