Мунсала дөрөҫ сабыныу мөһим

Силәбенән Павел Стерликов – Мунсалар союзының Мунса эше академияһы уҡытыусыһы, “тере” мунса төҙөү оҫтаһы, мунса фестивалдәрен ойоштороусы, мунса оҫталығы чемпионаттар судьяһы, Урал чемпионы, Рәсәйҙең мунса чемпионатында финалға сығыусы. Уның оҫталыҡ серҙәре тураһында - түбәндәге яҙмала:

Мунсала дөрөҫ сабыныу мөһимМунсала дөрөҫ сабыныу мөһим
Мунсала дөрөҫ сабыныу мөһим

Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙерге мунсалар ҙа сәнғәттең айырым бер төрөн хәтерләтә. Был өлкә вәкилдәре клиенттарҙы үҙҙәрен йәлеп итеү өсөн нимә генә уйлап сығармай! Миндектәрҙең дә ниндәй генә төрө юҡ. Мәҫәлән, Златоуст эшҡыуарҙары 17 йыл инде миндек әҙерләй. Өфөлә барған “Рәхәттә” сәләмәтлек һәм туризм фестиваленә улар 36 төр ағастан һәм шифалы үләндән әҙерләгәйне.

 Ошо уҡ сарала сабындырыуҙың төрлө төрҙәре тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тупларға мөмкин. Силәбенән Павел Стерликов – Мунсалар союзының Мунса эше академияһы уҡытыусыһы, “тере” мунса төҙөү оҫтаһы, мунса фестивалдәрен ойоштороусы, мунса оҫталығы чемпионаттар судьяһы, Урал чемпионы, Рәсәйҙең мунса чемпионатында финалға сығыусы.

– Шәп, тиҙ сабындырырға түгел, был эште клиент өсөн файҙалы, яҡшы итеп атҡарырға кәрәк, - ти Павел Стерликов. – “Паровоз”, “һигеҙ” төрөндәге сабындырыу һаулыҡ өсөн файҙалы. Сабындырыу ритмын үҙгәртергә тырышмайбыҙ. Ә бының өсөн тәжрибә һәм оҫталыҡ талап ителә.

Әйткәндәй, оҫталар әйтеүенсә, мунсала дөрөҫ сабыныу ҙа бик мөһим. Иң тәүҙә еңел, һалмаҡ хәрәкәт менән аяҡ табаны, аяҡтар, арҡа һәм ҡулдарҙан өҫтән аҫҡа, аҫтан өҫкә ҡарай бер нисә тапҡыр үтергә кәрәк. Бынан һуң, лимфатик төйөндәр урынлашҡан тубыҡ аҫтындағы соҡор, сат өлкәһен һәм ҡултыҡ аҫты соҡорона теймәй генә миндек менән тәнде сабырға. Иң һуңынан миндек менән ҡул, бил, тубыҡ һәм аяҡ табандарына баҫып торорға. Бындай массаж ҡан әйләнешен көсәйтә, күҙәнәктәрҙе аса һәм һөҙөмтәлә тәндән тир, шлактар күберәк сыға.
Мунса менән дөрөҫ ҡулланғанда ғына ул кәйефте күтәрә, тәнде сафландыра, хәл-торош күпкә яҡшыра, эшкә һәләтлелек арта.

Яҡшы мунсасы булыу өсөн иң тәү сиратта мунсаны, быуҙы яратырға, оҫталар менән күберәк аралашырға, ошондай сараларҙа ҡатнашып тәжрибәне арттырырға кәрәк. Оҫта мунсасыға барғандар был хәлдең тағы ҡабатланыуын теләй.

“Рәхәттә” форумының икенсе көнө дауам итә. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора. Дүрт йыл эсендә был проект Ҡырмыҫҡалы районындағы локаль проекттан халыҡ-ара дискуссияға һәм һаулыҡ, спорт һәм туризм өлкәһендәге күргәҙмә майҙансығына тиклем юл үтте. Быйыл фестиваль географияһын биш ил һәм Рәсәй төбәктәре тәшкил итә.

Автор фотолары.

Мунсала дөрөҫ сабыныу мөһим
Мунсала дөрөҫ сабыныу мөһим
Мунсала дөрөҫ сабыныу мөһим
Мунсала дөрөҫ сабыныу мөһим
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас