

“Рәхәттә” сәләмәтлек һәм туризм фестивале йылдан-йыл мәртәбәлерәк була бара. Ул – аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, эшҡыуарлыҡ тураһында һөйләшеү майҙансығы.
Өфөләге сираттағы сарала медицина, туризм һәм йүнселлек йәмғиәттәре ҡатнашты. “Мунсалар ҡаласығы”нда төрлө тематик экспозициялар, сабыныу, парланыу технологиялары, массаждың төрлө ысулдары күрһәтелде. Төньяҡ халыҡтарының күсмә этнографик проекты – “Илир” торағы – фестивалгә халыҡ-ара формат өҫтәне.
Концерттар, гастрошоу, һөнәрмәндәр күргәҙмәләре, оҫталыҡ дәрестәре форумдың мәҙәни һәм спорт өлөшөн тәшкил итте. Балалар һәм өлкәндәр өсөн йога, экологик техника һәм ғаилә ялы йәһәтенән күнекмәләр ойошторолдо. Футбол, пляж волейболы, теннис, баскетбол буйынса турнирҙар үткәрелде.
Ике ҡаты һайлау этабын үткән алты сабындырыу оҫтаһы үҙенең шәп программаларын тәҡдим итте. Мәҫәлән, Евгений Якимов – Себерҙә тыуып үҫкән, тик мунса быуы менән 32 йәшендә Мәскәүҙә генә танышҡан.
Иван Трифонов мунсаға... китап яҙыр өсөн килгән. “Мунса хикәйәттәре” клубын ойошторған. Ул – “Галифе” театры артисы, дүрт юғары белемгә эйә. Президент полкында хеҙмәт иткән.
Дмитрий Чабышев ҙур предприятиела уңышлы эшләп йөрөгәненән мунса донъяһына сумған. Үҙ ҡулдары меҫнән мунса кәрәк-яраҡтары яһай.
Алексей Кудинов – Рәсәйҙең ландшафт дизайны буйынса чемпионы. Александр Краснощёков мунса эшен логикаға ярашлы алып бара. Ике йыл ғына был тармаҡ менән шөғөлләнгән Артем Михайлов ике йыл эсендә чемпионат финалына сыға алған. Үҙе шағир, үҙе режиссер.
Судья иһә тере легенда, финал кураторы Дмитрий Орлов ине. Ул – 2021 йылғы чемпион. Төмәндән Екатерина Соловей баш судья булды. Ә мунса быуы буйынса чемпионат еңеүсеһе тип Артем Михайлов танылды. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә быу менән эш итеү серҙәрен үҙләштергән һәм еңеүсе тип танылды.
Сержо КОРОЛЬ, Италия, Мәскәүҙәге “Термо-парк”та эшләй:
– “Август” – күмәк быуланыуҙың айырым ритуалы. Ул үҙ эсенә эфир майҙарын, таҫтамал менән төрлө ғәмәлдәрҙе үҙ эсенә ала. Шуныһы мөһим: тәбиғи майҙарҙы ҡулланыу мөһим, сөнки был кеше организмы өсөн файҙалы. Сәләмәтлек тураһында оноторға ярамай.
Татьяна ЛАР, Ямал-Ненецк автономиялы округының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ненец фольклоры белгесе:
– Әлеге ауыр ваҡытта бер-беребеҙ тураһында белергә тейешбеҙ. Әгәр икенсе халыҡ, уның йолалары тураһында хәбәрҙарбыҙ икән, был рухи йәһәттән байыта. Рухи аҙыҡ беҙгә кәрәк. Ул дуҫлыҡ, тыныслыҡ бүләк итә.
Автор фотолары.