

Бына, исмаһам, йәй! Термометр бағанаһы 36 градустан да юғары күтәрелде, эҫе һауа хәлде ала, урамда йөрөрлөк әмәл юҡ. Медицина фәндәре докторы, профессор Нәүфәл Заһиҙуллин эҫе көндәрҙе нисек үткәреү, ни өсөн мунсаға барғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлау кәрәклеге тураһында һөйләне.
Профессорҙың әйтеүенсә, бындай эҫе көндәрҙе организм насар үткәрә, ҡан, йөрәк һәм тамырҙар системалары көсөргәнеш менән эшләй.
“Тирләү һөҙөмтәһендә шыйыҡлыҡты юғалтыу иҫәбенә ҡан күләме кәмей, ул ҡуйыра. Айырыуса йөрәк ишемияһына, аритмияға дусар, инсульт кисергән һәм клапандарҙы алмаштырғандан һуң антикоагулянттар эскән кешеләр өсөн хәүеф ҙур. Эҫелә дарыуҙарҙың йоғонтоһо нисек үҙгәреүен күҙаллауы ауыр. Шуға күрә хәл-торошоңдо күҙәтеү бик мөһим. Тир менән бергә организм һыуҙы ғына түгел, электролиттарҙы ла (калий, кальций, натрий) юғалта. Ә калий йөрәк эшмәкәрлеге өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул етешмәгәндә аритмия башланыуы ихтимал. Шуға күрә минераллы һыу эсергә кәрәк, ә крандан түгел.
Һеҙҙең йөрәгегеҙ бөтә көсөнә эшләй. Селләлә ауыр физик эш менән шөғөлләнеү, мәҫәлән, баҡсала эшләү, алкоголь ҡулланыу һаулыҡ өсөн үтә хәүефле. Организм юғары температурала тир бүлеп сығарыу юлы менән үҙен һыуытырға тырыша. Әгәр һауа тәнгә ҡарағанда эҫерәк булһа, организмды һыуытыу ауырлаша. Йөрәк ҡан ҡуйырыу һөҙөмтәһендә тағы ла көсөргәнешлерәк эшләй, пульстың минутына 80-90-ға тиклем йышайыуы ихтимал. Аритмия хәүефе арта. Ҡан тамырҙары киңәйә – кеше ҡыҙара, был да йөрәккә насар тәьҫир итә. Селләлә ҡояш аҫтында баҡсала эшләүҙе кәметергә кәрәк. Мунсаға йөрөү ҙә һаҡлыҡ талап итә. Кискеһен, эҫелек бер аҙ кәмегәндән һуң мунса инергә мөмкин. Ундағы эҫелек урамдағынан түбәнерәк булһын. Был айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар кешеләргә ҡағыла.
Эҫелә организм ҙур көсөргәнеш менән эшләй, шуға күрә ауыр аҙыҡ менән туҡланыу яҡшыға килтермәйәсәк. Аҙыраҡ ашарға кәрәк, еңеләрәк аш-һыу әҙерләгеҙ. Йәшелсә, еләк-емеш, салаттар менән һыйланығыҙ. Итте артыҡ ҡулланмағыҙ. Сәй эсегеҙ, лимонад, морс, ҡаты булмаған һыра организмды һыуыта һәм микроэлементтар менән байыта. Араҡы, виски кеүек алкоголлле эсемлектәр ҡулланыуҙан тыйылып тороғоҙ, уларҙың көтөлмәгән эҙемтәләргә килтереүе, инфарктҡа алып барып еткереүе мөмкин. Селләлә кондиционерҙарҙы ла һаҡлыҡ менән файҙаланыу талап ителә. Һалҡын һауа башҡа һәм муйынға йүнәлтелмәһен. Йыш ҡына ошо сәбәпле миозит – мускулдарҙың ялҡынһыныуы күҙәтелә.
Эҫе көндәрҙә уйлау ҡеүәһе кәмей, хәрәкәттәр аҡрыная. Был үҙгәрештәр ялҡаулыҡтан түгел. Ҡан ҡуйырыуын да “ғәйепләп” булмай, был хәл ҡан тамырҙарының киңәйеүе һәм ҡанды һәм кислородты баш мейеһенә илтеүҙең боҙолоуы менән бәйле. Баш мейеһенә туҡланыу етешмәй, шуға күрә йоҡо килә, эшкә ҡул бармай, тотҡарланыу хас”, – тине профессор.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.