

Был ҡатнашманы көнөнә бер аш ҡалағы ғына ҡабул итергә кәрәк. Ул вена һәм артерияларҙы таҙарта.
Шулай итеп беҙгә кәрәк:
Ошоларҙың барыһын бергә ҡушып, ағас ҡалаҡ менән һәйбәт итеп бутағыҙ. Унан таҙа быяла банкаға һалып, һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Бәләкәйерәк бер нисә банкаға бүлеп һалырға ла мөмкин.
Файҙаһы нимәлә? Лимон һуты организмға һелтеле йоғонто яһай. Уның составындағы С витамины атеросклероздың көсәйеүен (артерияларҙың ҡатыуын) кәметергә ярҙам итә. Бынан тыш, ул артерияларҙа насар холестерин тупланыуына юл ҡуймай. Алма һеркәһенең иң ҙур файҙаһы - организмда шәкәр һәм инсулин кимәлен нормала тоторға булышлыҡ итеүендә. Һарымһаҡ төрлө вирустарға ҡаршы тора, ҡан баҫымын нормаға килтерә, тамырҙарҙы таҙарта. Имбир - көслө антиоксидант, ул организмдағы елһенеү процестарын туҡтата, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ыңғай йоғонто яһай. Ә балдың файҙаһын барыбыҙ ҙа яҡшы белә.
Бынан тыш, был ҡатнашма иммунитетты ла нығыта.
ИҒТИБАР: Халыҡ дауалауы алымдарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!
(“Твое Здоровье” төркөмөнән).
Фото: Рөстам Вәлиев ("Балтач таннары").