

Эксперттар бауыр сире билдәләренә иғтибарлы булырға саҡыра. Уларҙың әйтеүенсә, бауыр иң түҙемле, “аҫтыртын” ағза, ни өсөн тигәндә, уның туҡымаһында ауыртыу рецепторҙары юҡ, шуға күрә хәүефле үҙгәрештәр тураһында оҙаҡ ваҡыт белдермәй. Тәүге сир билдәләре һуңғы стадияла ғына асыҡланып, кешене хафаға һалыуы ихтимал.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ер йөҙөндәге һәр өсөнсө кеше бауырҙың майлы гепатоз ауырыуына дусар. Йыл һайын В һәм С гепатиттарынан миллиондан ашыу кеше һәләк була. Бауыр организмда 500-ҙән ашыу йәшәү өсөн мөһим функцияны башҡара. Уның сирләүе бөтә организм эшмәкәрлегендә сағыла. Табиптар ошо билдәләрҙең береһен йәки бер нисәһен һиҙгәндә, поликлиникаға барыуҙы һуҙмаҫҡа кәңәш итә:
– ял иткәндән һуң да арыу-талсығыу һәм хәлһеҙлек үтмәһә;
–ҡорһаҡтың уң яғында ауырлыҡ һиҙелһә;
–тиренең йәки күҙ ағының һарғайыуы күҙәтелһә;
– бәүел төҫө ҡуйы сәй төҫөнә инһә;
– тән тиреһе сәбәпһеҙ ҡысытһа;
– аппетит булмаһа.
Иртә осорҙа диагностика яһау өсөн терапевтҡа мөрәжәғәт итеп, төп бауыр маркерҙарына ҡан анализын тапшырығыҙ һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларына ультратауыш тикшереүен үткәрегеҙ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.