Баланың ҡайһы ере ауыртҡанын белергә лә кәрәк...

Йәй көнө ата-әсәләргә бигерәк тә иғтибарлы булыу талап ителә, сөнки балаларҙың күпселек тән йәрәхәттәре алыуы тап каникулдар осорона тура килеүсән. Велосипед йәки мопедта йөрөгәндә йә иһә һыу инеүҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеү күп осраҡта төҙәтә алмаҫлыҡ хатаға алып килеүсән.

Баланың ҡайһы ере ауыртҡанын белергә лә кәрәк...Баланың ҡайһы ере ауыртҡанын белергә лә кәрәк...
Баланың ҡайһы ере ауыртҡанын белергә лә кәрәк...

Йәш табип –педиатр Гөлсибәр Фәтҡуллина Ирәндек табип амбулаторияһында эш башлауына күп түгел. Әммә уны йәш пациенттар ҙа, ата–әсәләр ҙә яратып өлгөргән. “Балаларға иғтибарлы, үҙ эшен ярата, ата–әсәләргә ихтирамлы”,–тиҙәр уның тураһында.

Баймаҡ районы Басай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ медицинаны осраҡлы һайламаған. Олатаһының бер туған һеңлеһе Венера Таһирова Сибай ҡала дауаханаһында оҙаҡ йылдар эшләгән табип–терапевт. Гөлсибәрҙең бер туған апайы Розалия Илгиз ҡыҙы Өфө ҡалаһының 13–сө дауаханаһында табип–пульмонолог булып эшләй.

—Бәләкәйҙән Венера инәйемдең аҡ халат кейеп эшкә барыуы, уның төрлө дарыу–уколдар менән эш итеүе оҡшай торғайны. Беҙҙә апайым менән уның кеүек табип булырға хыялландыҡ, ата–әсәйҙәребеҙ ҙә беҙҙең теләкте хупланы. Сибай гимназия–интернатын тамамлағас, Сибай медицина колледжына уҡырға индем, артабан Өфө дәүләт медицина университетына документтарымды тапшырҙым. 2025 йылда ҡулыма диплом алып йүнәлтмә буйынса Төркмән ауылына эшкә ҡайттым. Шулай уҡ ординатурала уҡыуымды дауам итәм,–ти йәш табип.

Ирәндек табип амбулаторияһына Беренсе һәм Икенсе Төркмөн, Басай, Иҫәнбәт, Күсей, Беренсе һәм Икенсе Моҡас, Казанка ауылдары инә. Бер йәштән алып 18 йәшкә тиклем бөтәһе 300– ҙән ашыу баланың сәләмәтлеге һағында тора ул. Көнөнә 15 –кә яҡын йәш пациенттарҙы ҡабул итергә тура килә, ҡайһы ваҡыт өйҙәренә лә барырға тура килә.

Көҙ һәм ҡыш көнө күберәк киҙеү, киҫкен респираторлы вируслы инфекция, тын юлдары ауырыуҙары, бронхит, ангина кеүек сирҙәр менән йыш мөрәжәғәт итһәләр, яҙын күп балалар аллергия менән яфалана. Һуңғы ваҡытта балаларҙың ҡулынан телефон, гаджеттарҙың төшмәүе уларҙың күреү һәләтен түбәнәйтә, умыртҡа һөйәгенең тайпылыуҙарға килтерә.

Йәй көнө ата-әсәләргә бигерәк тә иғтибарлы булыу талап ителә, сөнки балаларҙың күпселек тән йәрәхәттәре алыуы тап каникулдар осорона тура килеүсән. Велосипед йәки мопедта йөрөгәндә йә иһә һыу инеүҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеү күп осраҡта төҙәтә алмаҫлыҡ хатаға алып килеүсән. Шуға күрә был тәңгәлдә Гөлсибәр Илгиз ҡыҙы ата–әсәләргә лә, балаларға ла иғтибарлы булырға саҡыра.

Әйткәндәй, балалар табибы иң яуаплы һәм ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе булып һанала. Сөнки уға бәләкәй пациенттар менән аралашырға тура килә, ә улар йыш ҡына ҡайҙа һәм нимә ауыртыуын аңлата алмай. Шуның өсөн кескәйҙәрҙе ҡабул иткән табиптарға күп осраҡта үҙҙәренә лә сабый күҙлегенән сығып эш итергә, уларҙы яратырға, кәрәк ваҡытта балалар телендә аралашырға тура килә. Был тәңгәлдә аҡ халатлы, изге күңелле Гөлсибәр апайҙары күптән инде кескәйҙәрҙең яҡын дуҫына әйләнгән.

 

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас