Сәләмәт булайыҡ
6 Августа , 11:00

Ете төрлө үләндән шифалы сәй эшләйек

Әгәр һеҙ һөтләп тороп ҡара сәй эсергә яратһағыҙ, ошо йыйылмаға бер ҡап һәйбәт сифатлы ҡара сәй ҡуша алаһығыҙ. 

Ете төрлө үләндән шифалы сәй эшләйекЕте төрлө үләндән шифалы сәй эшләйек
Ете төрлө үләндән шифалы сәй эшләйек

Был шифалы сәй ете төрлоө үләндән әҙерләнә. Мин быйыл ҡарағат, ҡурай еләге, ер еләге, сейә (ҡыр сейәһе булһа, тағы һәйбәтерәк) япраҡтары, ябай һәм һары мәтрүшкә, бөтнөк (мята) ҡушып эшләнем. Былтыр һары мәтрүшкә урынына кейәү үләне (чабрец) ҡушҡайным.

Яҡшы итеп кипкән япраҡ һәм үләндәрҙе ҡул менән ыуып йәки ҡайсы, бысаҡ ярҙамында ваҡлап турағас, бер ҡап (250 грамм) һәйбәт ҡара сәй ҡушам. Бындай сәйҙе һөтләп тороп эсергә мөмкин.

Тыуған төйәгебеҙ шифалы үләндәргә бай. Тик үҙеңә, сәләмәтлек торошоңа тура килгәнен белеп ҡулланырға ғына кәрәк.

Ҡарағат, ҡурай еләге, ер еләге япраҡтарының артыҡ иҫкәрмәләре юҡ, самаһын белеү генә шарт.

Һары мәтрүшкә кешене тыныслындыра, йоҡоно көйләй, яраларҙы бөтәштереүгә булышлыҡ итә, әммә ул ул йөклө, бала имеҙгән ҡатын-ҡыҙҙарға, 12 йәшкә тиклем балаларға ярамай.

Мәтрүшкә (душица) йөрәк-ҡан тамырҙарын нығыта, нервыны тынысландыра, вирустарға ҡаршы һәйбәт сара һанала, әммә уны ашҡаҙан һәм эсәктәрҙә сей яра (язва) булғанда ҡулланыу тыйыла. Шулай уҡ мәтрүшкәне ас ҡарынға ҡулланыу ҙа кәңәш ителмәй, был осраҡта үҙәк көйөү, ашҡаҙан ауыртыу күҙәтелеүе бар.

Бөтнөк (мята) ҡан баҫымы түбән булған кешеләргә тәҡдим ителмәй. Ул кешене тынысландырыу, ҡан баҫымын түбәнәйтеү сифатына эйә.

Был составтағы үләндәрҙең берәйһе оҡшамаһа, мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр бөтнөктөң еҫен яратмай, башҡа төрлө файҙалы үлән менән алмаштырырға мөмкин. Әйтәйек. беҙҙең төбәктә киң таралған шифалы үләндәрҙең береһе - туҡранбаш (клевер). Ул киҙеү, һалҡын тейгәндә бик файҙалы, шулай уҡ ҡанды, лимфаларҙы таҙарта, тынысландыра. 

ИҒТИБАР: барлыҡ үләндәрҙе лә ҡулланғанда сама белергә кәрәк. Әгәр хроник сирҙәрегеҙ булһа, табип менән кәңәшләшеү ҙә мотлаҡ.  

Автор фотолары.

Ете төрлө үләндән шифалы сәй эшләйек
Ете төрлө үләндән шифалы сәй эшләйек
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас