

Башҡортостан райондары һәм ҡалалары буйлап мобиль медицина бригадалары йөрөүен дауам итә. Улар “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы күләмле эш алып бара. Акцияның бөгөнгә йомғаҡтары тураһында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.
Мобиль бригада табиптары бөтә категория граждандар өсөн 160 меңгә яҡын ҡабул итеү һәм 42 меңдән ашыу тикшереү үткәргән. 2026 йыл башынан “Сәләмәтлек поездарында” 205 махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы һәм уларҙың 1706 ғаилә ағзаһы тикшереү үткән.
Тәүге тапҡыр 8218 сир асыҡланған, шуларҙың 3176-һы – социаль әһәмиәтле. Күп пациенттарҙа хәүеф факторҙары - юғары шәкәр, холестерин һәм юғары ҡан баҫымы асыҡлана. Ашығыс ярҙам талап ителгәндәрҙең барыһын да тикшереүгә һәм дауалауға ебәрәләр.
Был аҙнала, 17-23 августа, медицина поездары Йылайыр, Ҡыйғы, Салауат, Ҡариҙел, Миәкә, Дәүләкән, Күгәрсен, Ейәнсура һәм Өфө райондарында буласаҡ. Консультациялар бушлай, ҡабул итеү сират тәртибендә алып барыла. Табипҡа барыу өсөн паспорт һәм ОМС полисы кәрәк.
Фото: "Башинформ".