

Өфөнән Евгений һигеҙ айҙа 68 килограмға ябыҡҡан. 34 йәшлек ир-егеттең буйы 183 сантиметр, ә кәүҙә ауырлығы 136 килограмм була. Һаулығы буйынса эндокринологҡа барыу уны үҙгәрештәргә этәрә.
Табип менән һөйләшкәндән һуң, ул туҡланыуҙы тәртипкә һала һәм велосипед тренажерында даими күнекмәләр яһай башлай — аҙнаһына биш тапҡыр 40-60 минут шөғөлләнә.
Евгений элек стресс кисерә, шуға һимерә. Һәм ябығырына ышанмай ҙа. Әммә яйлап һөҙөмтә һиҙелә башлай: ярты йылдан эсендә ауырлығы 100 килограмдан түбәнәйә.
Ауырлығы ныҡ кәмегәндән һуң тиреһе һуҙыла. Уны, ике операция яһатып, алып ташлата.
Хәҙер Евгений үҙен күпкә яҡшыраҡ тоя. Ә ҡайһы бер таныштары уны урамда шунда уҡ танымай ҙа.
Афарин!
Фото: соцселтәрҙән.