Сәләмәт булайыҡ
25 Августа , 16:30

“Мин бында үҙ кеше хәҙер”

 Татарстан ҡыҙы етәксе булып яңы ғына эш башлауына ҡарамаҫтан, яҡташтарыбыҙ араһында абруй яуларға өлгөргән...

“Мин бында үҙ кеше хәҙер”“Мин бында үҙ кеше хәҙер”
“Мин бында үҙ кеше хәҙер”

Дарья Николаевна беҙҙе былтыр ғына төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылған, халыҡ һөйөнөп көтөп алған яңы поликлиниканың ҡаҙандай ҡайнап торған эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Йәш кенә етәксенең ҙур дәрт һәм ҡәнәғәтләнеү менән хеҙмәттәштәре, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинеттары буйлап таныштырыуынан, пациенттар менән аралашыуынан яңы объекттың һаулыҡ һаҡлауҙы ниндәй яңы кимәлгә сығарыуын, халыҡ өсөн заманса, уңайлы медицина ярҙамы ойошторолоуын күрҙек.

– Поликлиника сменаға 250 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Өлкәндәр һәм балалар подразделениелары өсөн айырым инеү урындары һәм вестибюлдәр булыуы ҙур уңайлыҡ тыуҙыра. Рентген кабинеты, инфекционист һәм фтизиатр өсөн дә айырым инеү урыны булдырылған. Бинаның лифт менән йыһазландырылыуы, стационар менән йылы коридор тоташтырыуы барыбыҙ өсөн дә уңайлы. Аҙ хәрәкәтләнеүсән, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән пациенттар өсөн ҡаршылыҡтар юҡ. Поликлиникаға алынған яңы ҡорамалдарҙың 55 проценты Рәсәйҙә етештерелгән, – тип поликлиника мөдире өр-яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған стоматология кабинеты менән таныштырҙы.

Телемедицина технологияларын файҙаланып консультация үткәреү кабинеты белгесе Лина Мөхәмәҙиева “Ауыл табибы” программаһы буйынса Асҡында эш башлаған. Әйткәндәй, поликлиника мөдире Дарья Мөхәмәтова үҙе лә Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң ошо уҡ программа буйынса табип-эндокринолог булараҡ районға эшкә килгән. Күрше Татарстан ҡыҙы, ошо төбәк егете менән уҡығанда уҡ танышып, ғаилә ҡорорға өлгөргән. Тормош иптәше – хирург.

– Поликлиникабыҙ йөҙ процентҡа тиерлек медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин ителгән. Бында дәүләт тарафынан уйланылған һығылмалы сәйәсәт, яңы программалар, медицина хеҙмәткәрҙәре тураһында хәстәрлек ҙур роль уйнай. “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары йәш белгестәрҙе бығаса медицина ярҙамы тейешле кимәлдә күрһәтелмәгән алыҫ төбәктәрҙә еректерергә ярҙам итте. Йәштәр өсөн матди ярҙам да тос ҡына. Шул арҡала терапевтарыбыҙ ҙа, тар белгестәребеҙ ҙә етерлек. 2012 йылдан алып районға “Ауыл табибы” программаһы буйынса 41 белгес килгән, 2016 йылда “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса 21 белгес йәлеп ителгән. Ә былтыр медицина учреждениелары тағы дүрт табипҡа “байыны”, – ти етәксе.

Офтальмология, отоларингология кабинеттарындағы заманса ҡорамалдарға ҡайһы бер баш ҡала поликлиникалары ла көнләшерлек. Заман тиҙлегенә эйәреп үҫешеүсе медицина тармағы ҡаҙаныштарының хәҙер төпкөл биләмәләргә лә үтеп инеүе һөйөнөслө. Утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә отоларинголог Айрат Нуретдинов әйтеүенсә, поликлиникала пациенттар өсөн генә түгел, белгестәр өсөн дә эш шарттары яҡшыртылған, бары тармаҡтың үҫешенән артта ҡалмаҫҡа, өҙлөкһөҙ үҙ өҫтөңдә эшләргә, белемеңде арттырырға кәрәк. Табип-терапевт Гөлнара Ирғәлина махсус хәрби операция ветерандарын ҡабул итә, әлегә уның ҡарамағында – 21 яугирҙең сәләмәтлеге, хәл-торошо һәм кәйефе.

Эш башлауына бер йыл да тулмаған яңы поликлиниканың райондың һаулыҡ һаҡлау үҫешендә мөһим осор булыуы бәхәсһеҙ. 17 меңдән ашыу кеше йәшәгән биләмәләге медицина учреждениеһы республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары халҡы өсөн медицина ярҙамы сифатын яҡшырытыу һәм файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу буйынса күләмле эштең дауамы булып тора. Бынан тыш, төбәктә 37 фельдшер-акушерлыҡ пункты, тәүлек дауамында эшләүсе һәм көндөҙгө стационарҙары, төрлө профилдәге бүлексәләре булған үҙәк дауаханаһы халыҡты хеҙмәтләндерә. Һуңғы йылдарҙа 16 модулле һәм ике капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты, Үрмияҙҙа һәм Иҫке Ҡаҙансыла ике табиплыҡ амбулаторияһы сафҡа индерелгән. Райондың һаулыҡ һаҡлау тармағы тарихы 130 йылдан ашыу осорҙо эсенә ала. Революцияға тиклем 25 койкалыҡ берҙән-бер дауаханаһы булһа, XX быуатта медицина инфраструктураһы йәһәт үҫешә, бала табыу йорто, рентген кабинеты, стационарҙар, поликлиника, лабораториялар һәм ярҙамсы хеҙмәттәр асыла.

Пациенттар районда медицина тармағының үҫешен ыңғай баһалай. Яңы поликлиниканың эш башлауын улар көтөп алған. “Элек тар белгестәргә эләгеү өсөн күрше район дауаханаларына йөрөһәк, хәҙер барыһы ла эргәбеҙҙә генә. Айырыуса өлкәндәр һәм балалар өсөн уңайлы”, – ти асҡындар. Ә поликлиника етәксеһе Дарья Николаевна улар өсөн табип ҡына түгел, үҙ эшен яратып башҡарған, һәр ауырыуға иғтибар һәм хәстәрлек менән баҡҡан белгес. Шәкәр диабеты, эндокрин сирҙәрен ваҡытында асыҡлап, кәңәштәре менән ярҙам иткән табипты улар тәүге көндән үк яратып ҡабул иткән. “Сирҙе дауалауҙан тыш, ул барыһы ла яҡшы булырына өмөт уята. Яңы ғына эш башлауына ҡарамаҫтан, яҡташтарыбыҙ араһында абруй яуларға өлгөрҙө”, – ти улар.

Лениногорск ҡалаһындағы 2-се урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлағандан һуң, Дарья Башҡортостан дәүләт медицина университетына, 2022 йылда вуздағы эндокринология белгеслеге буйынса ординатураға уҡырға инә. 2024 йылда Асҡын үҙәк район дауаханаһында участка табип-терапевы вазифаһында эш башлай. Ошо ҡыҫҡа ғына хеҙмәт осоронда үҙен яҡшы белгес, һәләтле ойоштороусы итеп күрһәткән ҡыҙға, ҙур ышаныс күрһәтеп, поликлиникаға етәкселек итеүҙе тапшыралар.

–Табиплыҡ – минең өсөн хеҙмәт кенә түгел, пациент өсөн борсолоу ҙа, ҡайғы-хәсрәттәрен уртаҡлашыу ҙа, һөнәри яҡтан үҫеү ҙә тигән һүҙ. Һин бит үҙ иңеңә тормоштағы иң мөһим нәмәне – кешенең ҡәҙерле ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплылыҡ алаһың, – ти Дарья Мөхәмәтова. Төбәк халҡы менән мөнәсәбәт яҡшы, мин бында үҙ кеше хәҙер...

 Динә Арыҫланова.

Асҡын районы.

Резеда Шәңгәрәева фотолары.

Поликлиника мөдире Дарья Мөхәмәтова.

Стоматология кабинетында.

Отоларинголог Айрат Нуретдинов.

Балалар өсөн махсус мөйөш булдырылған.

 

 

“Мин бында үҙ кеше хәҙер”
“Мин бында үҙ кеше хәҙер”
“Мин бында үҙ кеше хәҙер”
“Мин бында үҙ кеше хәҙер”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас