

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 24-30 августа Спорттың әүҙем төрҙәрен популярлаштырыу аҙнаһын үткәреүҙе иғлан итте.
Спорттың әүҙем төрҙәре ғүмерҙе оҙайтырға һәм уның сифатын яҡшыртырға ярҙам итә. Даими физик әүҙемлек тән ауырлығын тейешле кимәлдә тоторға ярҙам итә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡандағы шәкәр һәм холестерин кимәлен контролләргә булыша, когнитив һәләттәрҙе һәм психоэмоциональ торошто яҡшырта. Белгестәр нимә тәҡдим итә?
Аҙна дауамында кәм тигәндә 150-300 минут йәки 75-150 минут интенсив физик әүҙемлек бары һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына. Һаулығығыҙ өсөн өҫтәмә файҙа алғығыҙ килһә, аҙнаһына 300 минуттан ашыу уртаса кимәлдәге физик әүҙемлек менән шөғөлләнегеҙ йәиһә интенсив физик әүҙемлекте аҙнаһына 150 минутҡа еткерегеҙ.
Һеҙҙең өсөн иң ябай аҙымдар:
Көн һайын йәйәү йөрөгөҙ. Аҙыраҡ ултырырға тырышығыҙ – һәр 30-40 минут һайын тәнәфес яһағыҙ. Аҙнаһына ике-өс тапҡыр көс талап иткән күнегеүҙәр башҡарығыҙ. Бәлки, һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған шөғөлдәр барҙыр? Мәҫәлән, бейеүҙәр, йога, йөҙөү... Маҡсат ҡуйһаң, барыһына ла өлгәшергә була, бары теләк кенә кәрәк.
Донъялағы һәр дүртенсе кеше әүҙем түгел. Көнө буйы өҫтәл артында ултырып эшләү, телевизор ҡарау, йоҡлау менән тәүлектең нисек үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Бындай йәшәү рәүеше төрлө сирҙәр баш ҡалҡытыуына сәбәпсе була. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләүенсә, физик әүҙемлектең етешмәүе хәүефлеге буйынса дүртенсе урында тора. Уның өлөшөнә донъялағы үлем осраҡтарының алты проценты тура килә. Түбән физик әүҙемлек йөрәк ишемияһы сирҙәре хәүефен – 30, 2-се типтағы шәкәр диабетын – 27, һөт биҙе һәм йыуан эсәк яман шештәрен 21-25 процентҡа арттыра.
Физик әүҙемлек даими һәм етерлек кимәлдә булғанда ғына сәләмәтлек торошона ыңғай тәьҫир итә ала. Велосипедта йөрөү, конькиҙа шыуыу, уйындарҙа ҡатнашыу халыҡ араһында популярлыҡ яулай бара. Иртәне зарядканан башлау хәйерле. Даими шөғөлләнеү генә файҙа килтерә. Хәлдән тайғансы күнегеүҙәр эшләү менән мауыҡмағыҙ. Баҫҡыстан йәйәү күтәрелегеҙ, эшкә барғанда юлдың бер өлөшөн атлап үтегеҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.