

Республикала ВИЧ инфекцияһы буйынса эпидемиологик хәл нисек? Йәмғиәт был хәүефле сирҙе ҡабул итеү һәм дауаланыу өсөн өлгөрлөк кимәленә еткәнме? Пациенттың уртаса “портретын” нисек һүрәтләр инегеҙ? Ауырыуҙар һаны артамы, әллә кәмейме? “Башинформ” агентлығында СПИДҡа ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы Айгөл Ғәлиева ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында республика халҡының һаулығына ҡағылған мөһим мәсьәләләр ҡаралды.
Үҙәк мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Башҡортостанда 2025 йыл йомғаҡтары буйынса ВИЧ инфекцияһына дусар 22,2 мең самаһы кеше иҫәпләнә. Айгөл Таһир ҡыҙы әйтеүенсә, оҙаҡ ваҡыт пациенттар һаны артмайынса ошо сиктәрҙә торған. Табип был хәлде дауалар алыу һәм антиретровирус терапияһының һөҙөмтәле булыуы менән аңлата. Быйыл ярты йылда 532 кешелә ВИЧ инфекцияһы асыҡланған (былтырғы ошо осорҙа – 542).
2025 йылда 1247 кеше дауаланыуға алынған, 2024 йылда – 1370. Йыл һайын 200-300 ауырыу вафат була. Сирлеләрҙең 1,5 мең тирәһе башҡа төбәктәргә күсеп китә. Шулай уҡ ВИЧ инфекциялы кешеләр сит төбәкәтәрҙән республикаға килә, сөнки күптәр диагнозын белгәндән һуң бөтә бәйләнештәрҙе өҙөп, тормошон башҡа ерҙә өр-яңы биттән башларға теләй. ВИЧ инфекцияға дусар пациенттың уртаса “портреты” үҙгәрешһеҙ ҡала: ҡырҡ йәштәрҙәге ир, уртаса белемле. Республикала был сиргә дусар булғандарҙың 55 процентын ир-ат тәшкил итә, күбеһе вахта ысулы менән эшләгән кешеләр. Эпидемиологтар йәш категорияларында үҙгәрештәр ҙурлығын билдәләй. 20-30 йәшлектәр араһында элекке йылдар менән сағыштырғанда сирҙең ныҡ кәмеүе күҙәтелә. Ә 51-60 йәшлектәр араһында һуңғы ун йыл эсендә үҫеш өс тапҡырға артҡан. Ошо уҡ ваҡыт арауығында 61 йәштән өлкәндәр араһында был һан биш тапҡырға күберәк тәшкил иткән. 41-50 йәшлектәр төркөмө 2016 йылдан алып ике тапҡырға үҫкән. Баш табиптың әйтеүенсә, был 2000-се йылдар шаңдауы, үтә ныҡ иммунитет уларға оҙаҡ йылдар йәшәргә мөмкинлек биргән.
– Тәжрибәнән күренеүенсә, терапия шарттарын үтәгәндә кешеләр ғәҙәттәге тормош менән йәшәй, эшләй, ғаилә ҡора ала. Беҙ уларҙы “ауырыуҙар”, “пациенттар” тип тә иҫәпләмәйбеҙ. Республикала парҙарҙың береһе ВИЧ инфекциялы (ҡағиҙә булараҡ, улар– ир-ат), икенсеһе – иммунодефицитһыҙ булған 500 ғаилә бар. Улар һау-сәләмәт бала үҫтерә, был хәлде медицинаның ҡаҙанышы, хеҙмәткәрҙәребеҙҙең тырышлығы һәм пациенттарҙың терапия ҡағиҙәләрен үтәүе менән аңлатып була, – ти Айгөл Ғәлиева.
Хәҙерге шарттарҙа хәүефле диагноз ҡуйылыу менән төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, СПИДҡа ҡаршы көрәш үҙәге һеҙҙең кәңәшсегеҙгә әүерелергә тейеш. Артабан йәшәү өсөн бөтә мөмкинлектәр, антивируслы препараттар бар, хатта инфекцияға дусар ҡатын-ҡыҙҙар һау-сәләмәт бала таба ала. Дарыуҙар федераль бюджеттан бушлай бирелә. Йоҡторолған сирҙең инкубация осоро өс ай дауам итә, шуға күрә тәү тапҡыр биргән анализға ҡарап ҡына теүәл диагноз ҡуйып булмай.
Быйылғы ярты йылда өс сабыйҙың әсәһенең күкрәк һөтө аша инфекцияны йоҡтороуы билдәле. Тейешле терапия ҡабул итмәгән ауырыу ҡатындар балаларын имеҙергә тейеш түгел. Был сир аңлы ҡарашты, башҡаларға һәм үҙеңдең тәртип-ҡылығыңа ҙур яуаплылыҡ талап итә. ВИЧ инфекцияның 96,1 проценты енси юл менән таралыуы тап шул бәйһеҙлек, әүрәткес, аҙҙырғыс нимәләрҙән алыҫ тороуҙы иҫкәртә лә инде.
Кеше иммунодефициты вирусы (ВИЧ) СПИД сирен ҡуҙғыта һәм иммун системаһы күҙәнәктәрен зарарлай. Вирус был күҙәнәктәргә үтеп инеп үрсей һәм уларҙы аҡрынлап ҡаҡшата. СПИД стадияһында иммун системаһы еңел генә үтеүсе сирҙәргә лә ҡаршы тора алмай. Шуның менән бергә үҙәк нервы системаһы зарарлана, етди неврологик үҙгәрештәр башланыуы, хәтер тарҡалыуы, хәрәкәтләнеү боҙолоуы ихтимал. ВИЧ инфекция йоҡторған кешенең ҡанында, енси ағзаларҙа һәм күкрәк һөтөндә була. Ҡан менән бысратылған энәләрҙе һәм башҡа инструменттарҙы бергә ҡулланыу, енси бәйләнештәр – сирҙе йоҡтороуҙың төп юлдары. Бөгөн ВИЧ-инфекцияны тулыһынса дауалау мөмкин түгел, әммә антиретровируслы терапия – вирустың үрсеүен баҫыусы, СПИД үҫешен тотҡарлаусы препараттар комбинацияһы бар. Ваҡытында дарыуҙар эсә башлау ғәҙәттәге тормоштан йәм табып йәшәргә, балалар үҫтерергә, ейәндәр тәрбиәләргә мөмкинлек бирәсәк.
Олег Яровиков фотоһы.