

Алманы ҡабығы менән ашау файҙалы, сөнки унда күҙәнәктәрҙе йәшәртеүсе флавоноидтар, күҙәнәкле туҡыма, пектин, С витамины күберәк. Һалҡын тейгәндә ярҙам итеүсе салицил кислотаһына ла бай.
Алмалағы бөтә файҙалы матдәләрҙе һанап бөтөүе лә ҡыйын: калий, фосфор, магний, натрий, тимер. С, Е, А, В1, В2, В6, РР витаминдары һәм фолий кислотаһы ла бар. Улар матдәләр алмашыныуын яҡшырта, бөйөрҙә һәм үт ҡыуығында таш ултырыуына ҡамасаулай.
Йәшел алмала С витамины байтаҡҡа күп, тип раҫлай белгестәр. Уның ҡарауы, ҡыҙыл алмала файҙалы антиоксиданттар артығыраҡ. Был матдәләр йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы өсөн һәм холестеринды кәметеүҙә ҙур роль уйнай. Алманы бик оҙаҡ маҡтарға мөмкин, ул донъяла киң таралған һәм өйрәнелгән емеш. Белгестәрҙең әйтеүенсә, кеше йылына яҡынса 50 килограмм алма ашарға тейеш. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, был емеште даими ашаған кешеләрҙең үпкәһе яҡшыраҡ эшләй. Ҡеүәтле тәбиғи антиоксидант булараҡ, респиратор сирҙәре ауырыуҙарына ҡаршы тороусан, үпкәне тәмәке төтөнө һәм һауалағы башҡа зарарлы ҡушымталарҙан һаҡлай.
Көнөнә ике бөртөк алма ашау йөрәк сирҙәренән ваҡытһыҙ үлем осраҡтарын 20 процентҡа кәметә. Был һис тә уйҙырма түгел, ғалимдар уны тикшереүҙәрендә раҫлаған!
Нисек кенә файҙалы булмаһын, алмаға организмдың реакцияһы күҙәтелеүе ихтимал. Мәҫәлән, кешелә ҡайын һеркәһенә аллергия булған осраҡта һаҡлыҡ талап ителә. Ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәренә дусар кешеләр, эс ҡабарыуына килтереүсе фруктоза күп булыуы сәбәпле, алма ашауҙы сикләргә тейеш. Шулай уҡ белгестәр уны йылы аш ашағандан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс ашарға тәҡдим итә.
Шуныһы ҡыҙыҡ, алманың төшө лә бик файҙалы икән. Алты-ете бөртөгөндә йодтың тәүлек дозаһы бар. Яңылыш йотһағыҙ ҙа хәүеф юҡ, ти белгестәр.
Нәсих Хәлисов фотоһы.