Сәләмәт булайыҡ
2 Сентябрь , 15:50

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры самолетта яҡташыбыҙҙы ҡотҡарған

Ә ул үҙе һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашконы танымаған...

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры самолетта яҡташыбыҙҙы ҡотҡарғанРәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры самолетта яҡташыбыҙҙы ҡотҡарған
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры самолетта яҡташыбыҙҙы ҡотҡарған

30 августа Рөстәм улы һәм дуҫтары менән Камчатканан походтан ҡайтып барған. Улар Петропавловск-Камчатканан Өфөгә Мәскәү аша осоп ҡайта. Камчатканан Мәскәүгә осҡан саҡта Рөстәмдең ҡан баҫымы ҡапыл күтәрелә.

– Минең ҡан баҫымым күтәрелде, ә үҙем менән бер ниндәй ҙә дарыуҙар алмағайным. Тонометрым бар ине, үлсәнем – ә унда 180-гә яҡынлашҡан. Борт оҙатыусыларҙан берәй таблетка биреүҙәрен һораным, әммә улар аптечканы асырға хоҡуҡтары булмауын, бының өсөн бортта табип бармы-юҡмы икәнен иғлан итергә кәрәк, тип яуап бирҙе, – ти ул.

 Тиҙҙән уның эргәһенә ир килә һәм уның һаулығы менән ҡыҙыҡһына, һораша һәм ҡарай башлай. Рөстәм әйтеүенсә, ул шунда уҡ унда Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашконы танымай.

Министр уның хәлен мөмкин тиклем яҡшыраҡ белергә тырыша, һуңғы ваҡытта ниндәй тикшереүҙәр үткәнен һорай. Аҙаҡ дарыу һауытынан бер нисә препарат сығара һәм уға укол яһай.

Һуңынан тағы бер нисә тапҡыр килеп, минең хәлемде тикшерҙе. Һәм ул һайлаған препараттар тәьҫир итте. Минең нервы системам – тынысланды, баҫым түбәнәйә башланы. Әйтәйек, борсолоуым үтте. Мин үҙемде яҡшыраҡ тойҙом һәм тыныс ҡына аҙағына тиклем остом. Бер нисә сәғәт уның күҙәтеүе аҫтында булдым, – ти Рөстәм.

Рөстәмгә еңелерәк булғас, дуҫтары: “Һиңә кем ярҙам иткәнен беләһеңме?” – тип һорай. Һәм шул саҡта ғына ул Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко самолетта уға укол яһағанын аңлай.

Фото сығанағы: Башкирия Online.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас