Сәләмәт булайыҡ
1 Сентября , 19:49

Әремдең ошондай ҙа файҙаһы бар икән!

Әрем һыуы шәкәргә, татлы ризыҡтарға тартылыуҙан ҡотҡара ала. 

Әремдең ошондай ҙа файҙаһы бар икән!Әремдең ошондай ҙа файҙаһы бар икән!
Әремдең ошондай ҙа файҙаһы бар икән!

Әремдең файҙалы яҡтары тураһында күп нәмә билдәле. Баҡһаң, уның шәкәргә, татлы ризыҡтарға тартылыуҙы ла бөтөрә торған көсө лә бар икән.

Әрем төнәтмәһен яһау еңел: ике аш ҡалағы әремгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һыу мунсаһында (водяная баня) 15 минут ҡайнатырға. Һыуытып, һөҙөп, күләмен 200 граммға тиклем еткерергә. Төнәтмә һыуытҡыста ике көн һаҡлана.

Ас килеш, ашар алдынан ярты сәғәт ҡаалғанда, көнөндә өс тапҡыр 0,25 стакан эсергә. Дауалау курсы – ике аҙна. Ике аҙна ял иткәс курсты ҡабатларға була.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас