

Белорет табиптары Өфө – Хургада самолеты бортында пассажирҙы ҡотҡарған.
Мәғлүм булыуынса, самолет һауаға күтәрелгәндән һуң ярты сәғәт үткәс, 56 йәшлек пассажирҙың хәле насарая: ҡан баҫымы 85/45-кә тиклем төшә, пульсы 46-ға тиклем кәмей – ир аңын юғалта башлай.
Бәхеткә күрә, самолетта Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы табиптары – 35 йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған табип Альберт Лев улы Ғарипов һәм уның улы, травматолог Айгиз Альберт улы була.
Хургадаға тиклем өс сәғәт ярым дауамында табиптар ир янынан китмәй, уның хәлен контролдә тота. Уларҙың ярҙамы менән етди эҙемтәләрҙән ҡотолорға мөмкин була. Ергә төшкәс, пассажир һәм экипаж табиптарға ҡотҡарған өсөн рәхмәт белдерә.
Фото cығанағы: Башкирия Online.