

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 11 сентябрҙә билдәләнәсәк Айыҡлыҡ көнө айҡанлы, 7-13 сентябрҙә Алкоголь ҡулланыуҙы һәм уның менән бәйле үлем һәм ауырыу осраҡтарын ҡыҫҡартыу аҙнаһы иғлан итте.
Алкоголь – организмдың бөтә системаларына тәьҫир итеүсе ағыу, 200-ҙән ашыу патологиялар сәбәбе булып тора. Гипертония, инфаркт, гастрит, психик тайпылыштар, яман шеш, венерик һәм йоғошло сирҙәр – шуларҙың бер нисәһе генә. Алкоголь кешенең үҙен генә эшлектән сығармай, ә тирә-яғындағы һәр кемде хәүеф аҫтына ҡуя.
Күптәр алкоголде кәйефте күтәреүсе, тәнде йомшартыусы, рәхәтлек биреүсе ысул тип иҫәпләй. Тик был уйҙырма артында бөтә организмды ҡаҡшатыусы ағыулы матдә йәшеренгән. Ул күптәр өсөн бәйлелек сәбәбенә әүерелә, кеше ихтыярһыҙ йән эйәһен хәтерләтә, сираттағы дозаны көтөп йәшәргә күнегә. Эскеселәрҙең бик һирәге проблеманы таный, әммә күпселеге тирә-яҡтағыларға үҙенең хәлде контролдә тотоуын иҫбатларға тырыша. Алкоголдең хәүефһеҙ дозаһы юҡ.
Тәүге аҙым – мәсьәләне бөтә тәрәнлегендә аңлау һәм ҡарар ҡабул итеү. Икенсе аҙым – һынмау. Ҡурҡыу тойғоһо насар ғәҙәттән арынырға мөмкинлек бирмәгәндә, белгестәргә мөрәжәғәт итеү уңайлы булыр. Был этап ҡотолғоһоҙ, һеҙгә ярҙам итеүселәр кәрәк. Өсөнсө аҙым – сәләмәтлекте тергеҙеү. Зарарлы ғәҙәттән ҡотолоу менән үҙегеҙҙә ыңғай үҙгәрештәрҙе тоймауығыҙ ихтимал. Организмдан бөтә ағыулы матдәләрҙе сығарыу өсөн ваҡыт кәрәк.
Эсеүен ташлаған кешенең йоҡоһо тәрәнәйә, тәне көс йыя. Ул үҙенең хәтере, баш мейеһе эшмәкәрлегенең яҡшырыуын тоя башлай. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, спирт баш мейеһендәге нейрондар араһындағы бәйләнеште боҙа. Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенең боҙолоуына ла сәбәпсе булыуы ихтимал, сөнки ул туҡланыу матдәләрен үҙләштереүгә булышыусы ашҡаҙан һәм эсәклектең лайлалы тиресәһе күҙәнәктәрен юҡ итә.
Эскелектең кешенең йөҙ-ҡиәфәтен танымаҫлыҡ итеп үҙгәртеүе, ваҡытынан алда ҡартайтыуы барыбыҙға таныш күренеш. Алкоголь ҡулланыу тиренең һығылмалылығын һәм шымалығын һаҡлаусы коллагенды тарҡата. Иң хәүефлеһе шул: эскелек йыш ҡына инсультҡа килтереүсе сәбәптәрҙең береһе булып тора. Был ғәҙәттән ҡотолоу артериаль ҡан баҫымын көйләүгә булыша. Ашҡаҙандың ауыртыуы, эс китеүе, ҡорһаҡ ҡабарыуы – спиртлы эсемлектәр менән мауығыуҙың йыш осраған хәүефле сәбәптәре. Алкоголь организмдың тәбиғи һаҡсыһы – иммунитетты ҡаҡшатыуы менән хәүефле. Сәләмәт иммун системаһы төрлө сирҙәргә ҡаршы көрәштә мөһим роль уйнай. Алкоголле эсемлектәрҙе бер нисә ай ҡулланмаған кешеләрҙең кәйефе күтәрелә, йәшәүгә дәрте уяна. Иҫерткес эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы ҡыҫҡартыу ҙа уның менән бәйле үлем һәм ауырыу осраҡтарын кәметәсәк, ғаиләһендәге мөнәсәбәтте яҡшыртасаҡ.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.