

Холестерин юғарылығы тураһында кем генә зарланмай ҙа, уны кәметеү юлдарын кем генә эҙләмәй хәҙер. Табиптарҙың әйтеүенсә, уның “яҡшыһы” күберәк, “насары” аҙыраҡ булһын өсөн ете төп ҡағиҙәне үтәргә кәрәк.
Ышанһағыҙ ҙа, ышанмаһағыҙ ҙа, организмдағы бөтә проблемалар, шул иҫәптән бауырға бәйләнгәндәре лә, дөрөҫ туҡланмау менән бәйле.
Беренсенән, гастроэнтерологтар углеводлы һәм майлы аҙыҡтарҙы сикләргә ҡуша, айырыуса маргарин һалып бешерелгән аҙыҡтарҙы һәм көрпәһеҙ икмәкте. Пирожки, ҡоймаҡ, кәнфит, печенье кеүек ымһындырғыс тәм-том һәр ерҙә һатыла. Нисек кенә тәмле, хаҡтары “тешләшерлек” булмаһын, уларҙың барыһы ла “насар” холестеринды арттырыусы тәмлекәстәр. Аҡ, таҙартылған ондан һәм маргариндан бешерелгән продукттар бауырҙа майлы күҙәнәктәр барлыҡҡа килтерә. Бауыр функцияһы һәм холестерин етештереү боҙолғас, майлы гепатоз башлана. Шунлыҡтан атеросклероз һәм йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһы башлана. Был кешенең нисә йәштә булыуына, ҡартайыуына бәйле түгел, бөтә бәлә дөрөҫ туҡланмау арҡаһында тыуа.
Ә бит дөрөҫ туҡланыу өсөн әллә ни ҙур белем дә, ҡатмарлы диета ла кәрәкмәй. Өс өлөшкә бүленгән тәрилкәне күҙ алдына килтерегеҙ. Өстән бер өлөшөндә – аҡһым (ит, балыҡ, йомортҡа, һөт аҙыҡтары). Тағы ла бер өлөшөндә – углеводтар (ҡуҙаҡлылар, ярма, көрпәле икмәк). Һуңғы өсөнсө өлөшөндә – күҙәнәкле туҡыма (йәшелсә, емеш-еләк, йәшел тәмләткестәр).
Күптәрҙең тәрилкәһендә эсәклек микробиотаһы өсөн йәшелсә етешмәй. Файҙалы микрофлора “яҡшы” холестерин күләмен арттыра.
Емеш-еләктә фруктоза күп, шунлыҡтан уның майлы туҡыманы күбәйтеүе, “насар” холестеринды арттырыуы ихтимал. Майҙар ҙа кәрәк, тик бөтәһе лә түгел. Аҡ майҙа Д, А һәм Е витаминдары тупланған. Көнбағыш майын ҡулланыуҙы сикләгеҙ, тип иҫкәртә табиптар, ундағы омега-6 матдәһе ялҡынһыныу процестарын башлауы ихтимал. Өҫтәүенә ҡыҙҙырғанда канцероген матдәләр барлыҡҡа килтереүе билдәле.
Бауыр “яҡшы” холестеринды күберәк етештерһен өсөн алкоголдән һәм тәмәкенән баш тартыу урынлы. Был ғәҙәттәрҙең хәүефһеҙ дозаһы юҡ.
Тағы бер шартты үтәү зарур: дарыу төймәләрен рациональ файҙаланығыҙ. Тиҙерәк һауығып эшкә сығыу өсөн үҙ белдегегеҙ менән антибиотик йәки башҡа дарыуҙар алырға дарыуханаға йүгереү ғәҙәтен онотоғоҙ. Бөтә препараттар ҙа бауыр аша үтә һәм зарарлай. Тәжрибәле терапевт ҡына биш төрҙән дә артмаған төп препараттарҙы һайлап алырға ярҙам итәсәк.
Дүртенсе талап үт бүлеп сығарыуҙың нормаға ярашлы булыуына бәйле. Ашағандан һуң үт бүленеп сығыуы бауыр өсөн файҙалы, ул саҡта торғонлоҡ күренеше күҙәтелмәйәсәк, холестерин кимәле нормала буласаҡ. Ә был хәлгә йоғонто яһау өсөн бишенсе талапты үтәү фарыз – физик көсөргәнеш үт бүленеп сығыуын, бауыр эшмәкәрлеген яҡшыртасаҡ.
Алтынсы талап – стрестарҙы кәметеү. Хроник стресс мәлендә организмдың бөтә системалары, шул иҫәптән бауыр ҙа зыян күрә. Табиптар йоҡоноң бөтә организмға ыңғай йоғонто яһауын билдәләй. Быныһы – сәләмәтлектең етенсе ҡағиҙәһе. Ҡытай ғалимдәре яҡшы йоҡоноң бауыр сирҙәрен 29 процентҡа кәметеүен иҫбатлаған. Кеше йоҡлағанда ашамай, үт бүлеп сығарылмай, ял иткән бауыр иртәгәһенә үҙ функцияһын тейешенсә башҡарасаҡ. Сәләмәт йоҡо ете-һигеҙ сәғәт дауам итә. Уның бөтә фазаларын да йәлеп итеү өсөн 23 сәғәттән дә һуң ятырға ярамай. Ғәмәлдә һәр кемдең йоҡоға ихтыяжы төрлөсә. Полководец Александр Суворовҡа дүрт-биш сәғәт тә етһә Альберт Энштейн 10-11 сәғәт йоҡлағандан һуң ғына үҙен яҡшы тойған. Бауыр бик аҡыллы ағза, ҡан тамырҙары һәм йөрәк сирҙәре башланмаҫ элек ошо бөтә талаптарҙы үтәһәгеҙ, ул һеҙгә кәрәк тиклем күләмдә холестерин етештәрәсәк, ғүмер буйына дарыуҙар эсергә тура килмәйәсәк. Сәләмәт булығыҙ!
Айрат Нурмөхәмәтов фотоэтюды.