

22 йәшлектәр – иң аҡыллыһы?
Ғалимдәр был хаҡта күптән уйлана инде: баш мейеһе ҡасан ҡартая башлай? Нисә йәштә уйҙар асыҡлығы юғала, зиһен үҙгәрә, фекер тиҙлеге һүлпәнәйә? Ҡасан хәтер насарлана? Вирджиния университеты белгестәре үткәргән тикшереүҙәр көтөлмәгән һөҙөмтәгә килтергән.
Баҡһаң, баш мейеһенең ҡартайыу процесы 27 йәштә үк башлана икән. Ә уның сикһеҙ мөмкинлектәре 22 йәшкә тура килә. Тимәк, ошо йәштә зиһенеңде, тырышлығыңды файҙаланып, хыялдарыңды тормошҡа ашырырға, ваҡытыңды бушҡа үткәрмәҫкә, карьера баҫҡыстарынан ҡыйыу үрләй башларға кәрәк. Ғүмер буйына тупланған белем уртаса 60 йәшкә тиклем яҡшы һаҡлана.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоэтюды.