

7 – 13 сентябрҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Алкоголде ҡулланыуҙы һәм уның менән бәйле үлем осраҡтарын, сирҙәрен ҡыҫҡартыу маҡсатында аҙналыҡ үткәрә. Сара 11 сентябрҙә билдәләнәсәк Айыҡлыҡ көнө айҡанлы ойошторола.
Алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыу күп кенә сирҙәр һәм үлем осраҡтары сәбәбенә әүерелә. Өҫтәүенә был яман ғәҙәт - күп кенә енәйәт, юл һәләкәте, көнкүрештә ығы-зығы сәбәбе лә.
“Йәшел йылан”дың һаулыҡҡа зыяны бик ҙур – 200-ҙән ашыу сиргә сәбәпсе була ала. Ул - яман шеш, шул иҫәптән бауыр, күкрәк рагы сәбәбе лә.
Шуны хәтерегеҙҙән сығармағыҙ: алкоголле эсемлектәрҙең хәүефһеҙ миҡдары булмай. Уларҙың аҙ ғына күләме лә кеше сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай. Сифатһыҙ алкоголле эсемлектәр менән генә ағыуланырға була, тигән һүҙҙәр ҙә хәҡиҡәткә тура килмәй. Күп кенә токсикология тикшереүҙәре этил спиртының байтаҡ ағыуланыу осрағына сәбәпсе икәнлеген күрһәткән. Шул уҡ ваҡытта башҡа матдәләргә, мәҫәлән, этанолдан ағыуланыу сәбәбе аҙыраҡ теркәлгән.
Психик йәһәттән тотороҡһоҙлоҡ, депрессия, артыҡ хәүефһеҙләнеү кеүек осраҡтар алкоголле эсемлектәрҙе йыш ҡулланыуға килтерә. Был афәт “ҡоло”на әүерелмәү өсөн физик күнекмәләр эшләү, яратҡан шөғөлөңдөң барлығы, интернетта һәм киң мәғлүмәт сараларында кире мәғлүмәттәрҙе аҙыраҡ ҡарау зарур.
Белеүебеҙсә, Рәсәйҙә ауыр хәлдәргә тарығандарға психологик ярҙам күрһәткән, шул иҫәптән бушлай, аноним рәүештә, төбәк, муниципаль хеҙмәттәр, фондтар бар.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгесе, психиатр-нарколог Татьяна Николаевна Старостина насар ғәҙәттәрҙең береһе – алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыу – тураһында түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
- Был насар ғәҙәт һаулыҡҡа зыян килтерә. Ул үҫмерҙәргә насар йоғонто яһай.
Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!