Сәләмәт булайыҡ
9 Сентября , 16:50

Фестивалде ойоштороусылар тәбрикләнде

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә  республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева ошо сараны ойоштороусыларға, яҡтыртыусыларға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Фестивалде ойоштороусылар тәбрикләндеФестивалде ойоштороусылар тәбрикләнде
Фестивалде ойоштороусылар тәбрикләнде

Быйыл июль аҙағында Өфөләге “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында  ойошторолған, республикабыҙҙан, Рәсәйҙең башҡа тарафтарынан вәкилдәр ҡатнашҡан "Рәхәттә” сәләмәтлек һәм туризм фестивале бишенсе тапҡыр үткәрелде. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә  республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева ошо сараны ойоштороусыларға, яҡтыртыусыларға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

 – Бөгөн ошо сараны башлаусыларға, ойоштороусыларға, был сара яҡшы үтһен өсөн барлыҡ күңелен һалып эшләгәндәргә, фестивалдең лайыҡлы үтеүе өсөн тырышҡандарға рәхмәт белдереү өсөн йыйылдыҡ,  – тине Маргарита Дмитриевна. – Был уникаль күренеш көндән-көн Рәсәйҙә порпуляр була бара һәм күберәк һалым килтерә, тимәк, республиканы үҫтереүгә тос өлөш индерә. Кристина Бугрова был сараның идеологы үҙ тармағының белгесе, лидеры булып тора.

Шуны билдәләргә кәрәк, бишенсе тапҡыр үткәрелгән фестиваль барышында һауа торошо ла яҡшы булды: эҫе, ҡояшлы көндәр халыҡты сараға йәлеп итте.

 – Бергә эшләгән команда һәр саҡ терәгем булды. “Икенсе йыл “Рәхәттә”лә ике түгел, өс-дүрт көн булғыбыҙ килә” тигән һүҙҙәрҙе ишетеү күңелгә ятты. Был сараға килгән ҡунаҡтарҙың, бер ҡайҙа ла китергә теләмәгән балаларҙың талабы ине.  Ошо һүҙҙәр фестивалдең яҡшы үтеүенә дәлил булды. Республика еткселегенең ныҡлы терәк булыуы һөҙөмтәһендә барыһы ла яҡшы үтте. Был эште яратыусыларҙың төп маҡсаты – ошо эште тағы алға этәреү,  – тине Кристина Богрова.

Республика Хөкүмәте Премьер-министрының Рәхмәт хатына лайыҡ булыусылар араһында сараны ойоштороу комитеты рәйесе Кристина Бугрова, Өфө ҡалаһы хакимиәте идаралығы етәксеһе урынбаҫары Данил Ғәлиуллин һәм башҡалар бар ине.

Автор фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ

Фестивалде ойоштороусылар тәбрикләнде
Фестивалде ойоштороусылар тәбрикләнде
Фестивалде ойоштороусылар тәбрикләнде
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас