Сәләмәт булайыҡ
10 Сентября , 08:00

Өфөлә роботтар эшкә сыға...

Уларға автомобиль дә, водитель дә, бензин да кәрәкмәй

Өфөлә роботтар эшкә сыға...Өфөлә роботтар эшкә сыға...
Өфөлә роботтар эшкә сыға...

Өфө медицина хеҙмәткәрҙәре, Рәсәйҙә беренсе булып, ҡан ташыусы роботты эшкә ҡушты. Ул Республика ҡан ҡойоу станцияһы менән Республика клиник перинаталь үҙәк араһында йөрөйәсәк. Электрон ярҙамсы йөктө термоконтейнерҙа ала һәм кеше ярҙамынан тыш илтә.

Рәсәйҙәге ҡан компоненттарын илтеүсе беренсе медицина роботы маршрутты үҙләштергән дә инде. Ул график буйынса түгел, ә заказдар буйынса эшләй. Перинаталь үҙәк заказ бирә, робот эште һәм йөктө ҡабул итә. Ваҡытты экономиялау менән бергә персоналға көсөргәнеште лә кәметә.

 Автомобиль дә, водитель дә,  бензин да, хатта  шәфҡәт туташы ла  кәрәкмәй. Ул үҙенең төп функцияһын – пациенттарға ярҙам  күрһәтеү бурысын үтәйәсәк. Ҡан ҡойоу станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов әйтеүенсә, хәҙер ҡан компоненттарын  илтеү күпкә уңайлыраҡ. “Машина килгәнен көтөп тормайһың, роботҡа тейәйһең дә оҙатаһың”, – ти ул.

“Зиһенле модуль роботҡа йүнәлеште табырға, светофорҙарҙы асыҡларға, уңайлы маршрутты билдәләргә ярҙам итә. Робот үҙе юлды, тротуарҙы, газонды айыра белә, хәүефһеҙ зоналарҙы асыҡлай. Табиптар үҙҙәренең яһалма зиһенле ярҙамсыһына  күнегеп өлгөрҙө. Хәҙер ҡан ҡойоу станцияһында тотҡарлыҡ юҡ”, – ти экспедиция шәфҡәт туташы Галина Ғәлиева.

“Робот Ҡан ҡойоу станцияһы партнерҙары һәм Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры ярҙамында алынды. Технологиялағы төп өҫтөнлөк – эш ваҡытын ҡыҫҡартыуҙа ғына түгел, транспортировкалау шарттарының тотороҡлоғонда. Ҡан компоненттары температура режимы һаҡланған термоконтейнерҙа килтерелә. Перинаталь үҙәктә ҡан һәм уның компоненттары бик йыш кәрәк була. Беҙҙең өсөн ваҡыт айырыуса мөһим”, – тине Республика клиник перинаталь үҙәктең табип-анестезиолог­реаниматологы Гөлнара Сәлихова.

Үҙәктең баш табибы Лиана Савина әйтеүенсә, робот бер юлы ауырлығы 20 килограмлыҡ өс медицина сумкаһын илтә ала. Яһалма зиһенле техника медицина хеҙмәткәрҙәренең ваҡытын төп бурыстарына – пациенттар тураһында хәстәрлек күреүгә нығыраҡ йүнәлтәсәк.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас